Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Апрель , 14:30

Көслө рухлы, изге күңелле әсәгә бүләк

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшина “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек  эстафетаһына  йылдағыса ихлас  ҡушылды

Көслө рухлы, изге күңелле әсәгә бүләк
Көслө рухлы, изге күңелле әсәгә бүләк

Лариса Фәрит ҡыҙы йылдағыса  “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен Яңауыл ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, биш бала тәрбиәләп үҫтергән хөрмәтле әсә, әлеге ваҡытта улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Мәймүнә Нәжмиеваға яҙҙырҙы һәм ошо көндәрҙә 82  йәшен тултырған  Мәймүнә Ғабдулла ҡыҙына барып, квитанцияны тапшырып, тыуған көнө менән тәбрикләп ҡайттылар.

  • Мәймүнә апайыбыҙ беҙҙең өсөн һәр яҡлап өлгө булып тора. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бик әүҙем, ауылда үткәрелгән сараларҙа ҡатнаша. Өйөндә лә, ихатаһында ла һәр ваҡыт бөхтә, таҙа, береһенән-береһе матур гөлдәр үҫтереп, йорт-тирәһен шау сәскәлә тота ул. Баҡсаһында ла нимә генә үҫмәй уңған апайыбыҙҙың. Уның көслө рухлы, түҙемле булыуына ла һоҡланабыҙ. Улы бына ике йылға яҡын махсус хәрби операцияла ҡатнаша, әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡайны. Әсә был һынауҙы ла сабыр ғына күтәрә, улының иҫән-имен йөрөүен теләп һәр көнөн изге доғала үткәрә. Ошо ауылда йәшәгән улы Сәғитйән һәм йәнәшәлә генә өй һалып сыҡҡан ейәне Айнур Мәймүнә апайға ҙур терәк һәм таяныс булып тора. Төп йорттоң утын һүндермәй, балаларына, ейәндәренә, бүләләренә изгелек өләшеп, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын әле Мәймүнә Ғабдулла ҡыҙына, — тип, осрашыуҙан тәьҫораттары менән бүлеште Лариса Фәрит ҡыҙы.

Инициативалы етәксе, әүҙем йәмәғәтсе, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Лариса  Мөхәмәтшина  бүләк иткән “Йәнтөйәк” гәзите хөрмәтле ветеранға рухи аҙыҡ һәм кинәнес бирһен.

Илһөйәр Махатова.

 

Көслө рухлы, изге күңелле әсәгә бүләк
Көслө рухлы, изге күңелле әсәгә бүләк
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: