Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Апрель , 09:50

Берҙәм коллектив район баҫмаларына тоғро ҡала

Асҡын 2-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ун көнлөктә  район гәзиттәренә ташламалы хаҡҡа яҙылды

Берҙәм коллектив район баҫмаларына тоғро ҡала
Берҙәм коллектив район баҫмаларына тоғро ҡала

2024 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу 20 апрелгә тиклем оҙайтылды. Ошо ун көнлөктә  Асҡын 2-се балалар баҡсаһының 20 хеҙмәткәре “Аскинская новь”, “Ышаныч” һәм “Йәнтөйәк” район гәзиттәренә һәр йылдағыса ихлас яҙылды. Лариса Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшина етәкселегендәге әүҙем, берҙәм, татыу коллектив  район гәзиттәренә һәр ваҡыт тоғро ҡала, ташламалы хаҡ ун көнлөгөндә форсаттан файҙаланырға тырыша.

Рухи аҙыҡ биргән,  район, республика яңылыҡтары менән таныштырған баҫмаларға тоғро ҡалған коллективҡа “афарин!”  тибеҙ!

Әйткәндәй, кем әлегә тиклем “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылмаған, ошо ике көн эсендә өлгөрөргә тырышығыҙ! Почта аша — 491 һум 76 тин, үҙегеҙ редакциянан килеп алһағыҙ — 462 һум, ойошмаларға курьер илтеп бирһә, 495 һум буласаҡ!

Илһөйәр Махатова.

Берҙәм коллектив район баҫмаларына тоғро ҡала
Берҙәм коллектив район баҫмаларына тоғро ҡала
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: