Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Апрель , 15:10

Яҡшы кәйеф бүләк иттеләр

Бөгөн – Халыҡ-ара көлкө көнө. Халыҡ араһында был көн көлөү, шаярыу, дуҫтарса алдашыу көнө булараҡ билдәләнә. Был уңайҙан “Күк сәскә” балалар баҡсаһында күңелле сара үтте.

Яҡшы кәйеф бүләк иттеләр
Яҡшы кәйеф бүләк иттеләр

Күп илдәрҙә был көндә билдәләп уҙалар. Уның барлыҡҡа килеүен бер кем дә теүәл генә әйтә алмай.

Ҡайһы берәүҙәр уның тарихы Боронғо Рим осорона уҡ барып тоташа, ти. Һиндостанда иһә, был көндө йола булараҡ, таҡмаҡтар байрамында күңел асҡандар. Элек 1 апрелдә ҡояштың яҙғы торошо байрам ителгән, ғәҙҙәттә, төрлө күңелле уйындар ойошторолған. Өсөнсө версияһы календарь алышыныуы менән бәйле. XVI быуатта Яңы йыл 1 апрелдә билдәләнгән. Ул ваҡытта ла йылды оҙатҡанда шау-гөр килеп күңел асҡандар. Беҙҙең илдә лә был көн шаяртыу, ҡыҙыҡ хәлдәр һәм күңелле уйындар менән үтә.

Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһында тәрбиәселәр Рәлифә Ғәйбәҙуллина, Юлиә Нурисламова һәм музыкаль етәксе Рушания Шәрәфетдинова ойоштороуында әҙерлек һәм өлкән төркөм балалары ҡатнашлығында күңелле сара үтте.

Байрамса сағыу биҙәлгән залға шаян клоундар — Ириска (тәрбиәсе Рәлифә Ғәйбәҙуллина) һәм Барбариска (тәрбиәсе Юлиә Нурисламова) килеп, малайҙар һәм ҡыҙҙар менән күңелле һәм ҡыҙыҡлы уйындар уйнатты. Улар балаларҙы көлдөрөп, төрлөсә шаяртып, күңелдәрен күтәрҙе. Балалар йомаҡтар систе, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар эҙләне, шаян бейеүҙәр бейене.

Көлкө көнө барыһына ла яҡшы кәйеф бүләк итте.

Илһөйәр Махатова.

Рушания Шәрәфетдинова фотолары.

Яҡшы кәйеф бүләк иттеләр
Яҡшы кәйеф бүләк иттеләр
Яҡшы кәйеф бүләк иттеләр
Яҡшы кәйеф бүләк иттеләр
Яҡшы кәйеф бүләк иттеләр
Яҡшы кәйеф бүләк иттеләр
Яҡшы кәйеф бүләк иттеләр
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: