Йәнтөйәк
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Апрель , 09:50

Ғаилә — ул тормош нигеҙе, беҙҙең терәк

Асҡын ауылының  “Күк сәскә” балалар баҡсаһында Театр аҙналығы үтеп, Ғаилә йылына арналған матур саралар ойошторолдо.

Ғаилә — ул тормош нигеҙе, беҙҙең терәк
Ғаилә — ул тормош нигеҙе, беҙҙең терәк

Балалар төрлө образдарға инеп, үҙҙәрен йәш сәхнә актерҙары итеп, йырҙар   өйрәнеп, музыкаль залда сығыш яһаны. Әкиәт геройҙары, тормоштан алынған образдар аша   үткәрелгән саралар балаларҙа дуҫлыҡ, туғанлыҡ, яҡшы сифаттар тәрбиәләүгә йүнәлтелде.

Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре саралар ойоштороп ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә балалар өсөн фәһемле сығыштар күрһәтте. Мәҫәлән, улар Ғаилә йылына арнап, “Татыу ғаилә бөтәһенә лә кәрәк” исемле әкиәт сәхнәләштереп, тормошта ғаиләнең ни  тиклем кәрәклеген, тулы, ныҡлы ғаиләлә үҫкән балалар үҙҙәрен ышаныслы, терәкле тойоуын, ә ата-әсәләр һәр ваҡыт үҙҙәренең балаларына таяна, уларҙың хәстәрен тоя алыуын аңланы. Бында халҡыбыҙҙың хужалыҡ әйберҙәре, шөғөлдәре, халыҡ моңдары сағылыш тапты. Сәхнә геройҙарын — әбей менән бабайҙы яман сир аяҡтан йыҡҡас,  тәрбиәләнеүселәр бер аҙ көйөп тә китте. Әммә ситтән ҡайтҡан балалары, ейәндәре ярҙамы уларҙы тиҙ аяҡҡа баҫтырҙы, сөнки бер-береңә булған хәстәр, һөйөү, иғтибар, ихтирам бөтә бәләләрҙән дә ҡалҡан булып тора. Ғаиләлә үҙ-ара хөрмәт, яратыу, хәстәр булғанда ғына ғаилә ныҡлы, ышаныслы булыуын аңланы балалар.

Илһөйәр Махатова.

Глүсә Ғәлиева фотолары.

Ғаилә — ул тормош нигеҙе, беҙҙең терәк
Ғаилә — ул тормош нигеҙе, беҙҙең терәк
Ғаилә — ул тормош нигеҙе, беҙҙең терәк
Ғаилә — ул тормош нигеҙе, беҙҙең терәк
Ғаилә — ул тормош нигеҙе, беҙҙең терәк
Ғаилә — ул тормош нигеҙе, беҙҙең терәк
Ғаилә — ул тормош нигеҙе, беҙҙең терәк
Ғаилә — ул тормош нигеҙе, беҙҙең терәк
Ғаилә — ул тормош нигеҙе, беҙҙең терәк
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: