Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Март , 10:00

“Был тыныслыҡ байрағы...”

19 мартта Парижға рус ғәскәрҙәрен индереүгә теүәл 210 йыл тулды. Рус ғәскәрҙәренең ул ваҡыттағы иң көслө һаналған Наполеон армияһын еңеүендә башҡорт яугирҙары ла ҙур роль уйнаған. Ошо дата алдынан Ҡариҙел тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы 5-се Башҡорт полкы байрағының теүәл күсермәһе менән тулыланды.

“Был тыныслыҡ байрағы...”
“Был тыныслыҡ байрағы...”

1812 йылғы Ватан һуғышы һәм 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтары башҡорттар өсөн үҙенсәлекле ваҡиға булған. Был һуғышта улар Рәсәй дәүләте тарафынан күрһәтелгән иғтибарға лайыҡ була, ә дәүләт, үҙ сиратында, башҡорт яугирҙары тураһында тулы мәғлүмәт ала. Артабан былар барыһы ла төбәктә кантон системаһын нығытыуға, башҡорттарҙы сит ил походтарында ҡатнашыуға йәлеп итеүгә булышлыҡ итә.
Һәр кантон, хеҙмәткәрҙәр һанына ҡарап, берҙән алып өс полкка тиклем сығара, улар ойошторолоп бөткәс, көнбайышҡа юллана. Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙенең 10-сы кантоны фронтҡа 5-се һәм 10-сы полктарҙы ебәрә. Ул саҡта 10-сы кантон составына бөтә Бөрө өйәҙе тиерлек, йәғни Тәтешленән Балаҡатай районына тиклемге хәҙерге ерҙәр инә.
Ирекмәндәр ҙә булған. Улар араһында ағалы-ҡустылы Әбделхалиҡ һәм Нәзир Әбделвәхитовтар (Ырымбур өйәҙе), йорт старшинаһы Абуталип Абдрахманов улы Сәғит менән (Бөрө өйәҙе Ҡашҡа ауылы) һәм башҡалар була.
Армияла Өфө пехота полкы булыуын да оноторға ярамай, уның составында рустар һәм типтәрҙәр — хәҙерге райондарыбыҙ биләмәһенән сыҡҡан кешеләр хеҙмәт иткән.
Был ваҡиғалар халыҡ хәтерендә йырҙар, риүәйәттәр һәм легендалар рәүешендә һаҡланған. Башҡортостан Республикаһының Милли музейында серле ҡомартҡы — ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын иҫкә төшөрөүсе 5-се Башҡорт полкы байрағы һаҡлана. Байраҡ һорғолт-һары төҫтәге ебәк туҡыманан эшләнгән. 18-се быуат байрағы уның нигеҙен тәшкил итә. Үҙәктә Рәсәй империяһы гербы — ике башлы бөркөт һүрәтләнгән, ә унда: “О.Вһ.б.П.50” тигән яҙыу бар. Музей белгесе, тыуған яҡты өйрәнеүсе, археолог Рәүеф Әхмәров уны былай аңлата: “Айырым башҡорт кавалерия бригадаһы, 5-се полк”, түбәнерәк мосолман символикаһы — ярым ай төшөрөлгән, туҡыманы биш-алты ҡырлы йондоҙҙар биҙәй. Байраҡтың өҫкө өлөшөндә ғәрәп телендә: “Рәхимле һәм мәрхәмәтле Аллаһ исеме менән. Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы зат юҡ, Мөхәммәд — уның ҡоло һәм илсеһе”, ә аҫҡы өлөшөндә иҫке төрки телдә: “Был тыныслыҡ байрағы, 1813 йылда эшләнгән... поход ваҡытында... бригада начальнигы подполковник Семеновский” тип яҙылған. Башҡорт яугирҙарының Европаға: “Беҙ һуғышырға түгел, ә тыныслыҡ урынлаштырырға барабыҙ”, тигән һүҙҙәр менән барғанлығы тураһында мәғлүмәттәр бар.
Һуңғы ваҡытта киң мәғлүмәт сараларында был байраҡ тураһында мәҡәләләр баҫтырыла башланы. Атап әйткәндә, тарихсы Азат Ярмуллин былай тип яҙа: “...Шулай итеп, Миңлеғәли Нәҙерғолов билдәләүенсә, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы фондында һаҡланған боронғо байраҡтың 1813-1814 йылдарҙа рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашыуы, атап әйткәндә, 5-се Башҡорт полкы менән туранан-тура бәйле булыуын раҫлай. Байраҡ тексында тарихи шәхес — Ырымбур гарнизоны полкы подполковнигы П. Тихановский теркәлгән, ул 3-сө, 4-се һәм 5-се башҡорт полктары составында башҡорт бригадаһы менән етәкселек иткән”.
Тағы бер байраҡ була, ул 10-сы кантонға бирелә. 1800-1825 йылдарҙа рус армияһында параллель рәүештә Павлов һәм Александр байраҡтары була, өҫтәүенә, Александр байраҡтары яңы полктарға йәки иҫкеләренә хәрби ҡаҙаныштары һәм башҡа уңай сәбәптәр арҡаһында тапшырыла. 1805 йылдың 31 майында 10-сы кантонға байраҡ бирелә, уның менән 10-сы башҡорт полкы яугирҙары 1812 йылғы Ватан һуғышын үтә.
1936-1939 йылдарҙағы архив материалдарында 1812 йылғы Ватан һуғышы ветерандарының тулы булмаған исемлеге һаҡланған. Совет һәм Рәсәй тарихсыһы Әнүәр Әсфәндиәров 1199 кешене асыҡлаған. Ҡариҙел районынан — 12, Асҡын районынан 26 яугирҙың исеме билдәле булған. 153 кеше наградалар ала, шуларҙың 16-һы — 3-сө һәм 4-се дәрәжә Изге Анна ордены, 14 кеше Изге Георгий ордены менән бүләкләнә. Шул иҫәптә Юлдаш ауылынан яҡташыбыҙ Касфран Әлмәшев та була. “1812 йыл” миҙалын 132 кеше ала, “1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн” миҙалы менән 77 кеше наградлана. 1046 кеше наградаһыҙ ҡала, моғайын, был мәғлүмәттәрҙе юғалтыу менән бәйле булғандыр, йәки улар тик эш хаҡы ғына алғандыр. “Төньяҡ амурҙары” бүләкләнеүселәренең тулы исемлеге бер ҡайҙа ла юҡ, шуға күрә башҡорттарҙы бүләкләү картинаһын тулыһынса күҙ алдына килтереү өсөн рус армияһының һәм союздаш армияларҙың бөтә архивын тикшерергә кәрәк.
Наполеон менән һуғышта Парижды алыуҙың 210 йыллығы алдынан Ҡариҙел тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллекцияһы яңы ҡомартҡы — штаб-фатиры беҙҙең райондың Яҡуп ауылы биләмәһендә урынлашҡан 5-се Башҡорт полкы байрағының теүәл күсермәһе менән тулыланды.
Батырлыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ символына әйләнгән билдәле байраҡты тәүгеләрҙән булып Хәлил урта мәктәбе уҡыусылары күрҙе. Экскурсияла уҡыусылар 1812 йылғы Ватан һуғышында батырҙарса һуғышҡан 5-се Башҡорт полкының байраҡ тарихы, Башҡортостандан Рәсәй геройҙары һәм уларҙың батырлыҡтары хаҡында күп мәғлүмәт белде.
Фидаил Сафин,
тыуған яҡты өйрәнеүсе.

“Был тыныслыҡ байрағы...”
“Был тыныслыҡ байрағы...”
Автор:
Читайте нас: