Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Март , 16:38

Оҙон ғүмер — яҙмыш бүләге

Венера Әхмәт ҡыҙы менән шәхсән таныш булмаһам, уның нисә йәштә булыуын әйтергә ҡыйынһырар инем. Оло булыуына ҡарамаҫтан, йәштәргә биргеһеҙ әле ул. Һәм барыһы ла уның йәшлегендә лә, әле лә үҙен тәрбиәләп, ҡарап тороуында, хәрәкәттә булыуында.

Оҙон ғүмер — яҙмыш бүләге
Оҙон ғүмер — яҙмыш бүләге

Венера апай Әйүпованың тормош юлында ла төрлө саҡтар булған, ауырлыҡтарҙы етерлек кисергән, әммә хәтерендә бәхетле мәлдәрҙе генә һаҡлап, киләсәккә яҡты уйҙар, өмөттәр менән йәшәргә тырыша. Шуға күрә, сираттағы тапҡыр барғанда мине ҡыҙыҡһындырған иң мөһим һорауҙың береһе 80 йәште тултырғанда кешенең ниндәй хис-тойғолар кисереүе ине.
Әйүповтар матур, иркен йортта, тау итәгендә йәшәй. Уларҙың ихатаһынан ауылдың төп урамы уста кеүек күренә. Хәҙер хужалыҡты кәметкәндәр — тауыҡтар, әтәс, эт һәм, әлбиттә, ҙур баҡса.
Венера апай ҙур тормош тәжрибәһе туплаған, ярҙамсыл, оло йөрәкле, йор телле, иҫ киткес хәтерле кеше, ауылда бөтәһен дә тиерлек белә. Был ғәжәп тә түгел, сөнки күптәр уның күҙ алдында үҫкән. Ул һәр ваҡыт ярҙамға килергә, кешене тыңларға, яҡшы һүҙҙәр менән дәртләндерергә, ярҙам итергә әҙер.
Әңгәмә барышында Венера Әхмәт ҡыҙына үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауымды бирҙем:
— Эйе, миңә бына 80 йәш тула, был — яҙмыш бүләге. Дөрөҫөн әйткәндә, был йәшкә етермен тип уйламағайным да. Сөнки тормош еңелдән булманы. Ә хәҙер был көнөмә, ошо йәшкә етеүемә бик шатмын. Ә бит йәшәү менән үлем араһында ҡалған осраҡтар ҙа булды, — ти Венера апай.
Венера апай Әхмәт һәм Ғәнисафа Суфияновтар ғаиләһендә етенсе бала булып үҫә. 1944 йылдың яҙында тыуа ул. Фронтовик атаһы һуғыштан контузия алып, яраланып ҡайта, бик белемле кеше була, колхозда хисапсы, бухгалтер булып эшләй. Әсәһе Ғәнисафа балалар тәрбиәләй һәм колхоз эшенә йөрөй. Бала саҡтан уҡ балалар физик эштә сынығып үҫә. Барыһы ла эшһөйәр, тырыш һәм намыҫлы кешеләр була (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер 94 йәшлек Хәмиҙә апаһы ғына иҫән). Венера апай тыуған ауылында татар мәктәбенең дүрт класын тамамлай. Балалар рус телен өйрәнеп үҫһен өсөн ҡайһы бер ата-әсәләр уҡытыусы Я. Новокшоновтан уларҙы рус мәктәбенә алыуҙы һорай. Шулай итеп, Венера апай уҡыуын Рус Байбаҡ мәктәбендә дауам итә. Ә һуңынан Камайҙа уҡый. 1963 йылда ауылдан бер үҙе генә мәктәпте тамамлай: кемделер насар уҡыуы арҡаһында мәктәптән сығаралар, кемдер үҙе китә. Ул ваҡытта уҡытыусылар етешмәй, шуға күрә яҡшы уҡығандарҙы мәктәп мәғариф бүлегенә ебәрә. Улар иҫәбендә йәш Венера ла була.
Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс хеҙмәт йылдары һиҙҙермәй генә үтә тора. Йәш уҡытыусы ауыл егете Камил Әйүповҡа кейәүгә сыға. Ҡыҙҙары Индира тыуа. Ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында ул институттағы уҡыуын да, уҡытыусы эшен дә ташларға мәжбүр була һәм сельпоға бухгалтер булып эшкә урынлаша. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, балаларҙы (улдары Илгиз ҙә тыуа) һәм хужалыҡты ҡалдырып, Камай ауылына эшкә барырға кәрәк була. Шуға күрә, үҙ ауылында һатыусы урынын тәҡдим иткәс, шунда уҡ ризалаша. Ауыр була, әлбиттә, әммә Венера апай был йылдарҙы йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Шулай ул 25 йыл ғүмерен сауҙа өлкәһенә бағышлай. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән бүләкләнә, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ.
Венера Әхмәт ҡыҙы кеүек көслө рухлы гүзәл заттар бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй, тормоштан йәм табып, шатланып, яҡындары өсөн терәк-таяныс булып ғүмер кисерә.


Зәлиә Ғатина.

Мишкә районы.

Оҙон ғүмер — яҙмыш бүләге
Оҙон ғүмер — яҙмыш бүләге
Автор:
Читайте нас: