Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Март , 09:20

Күҙәтеүсе-блогер Регина Ниғмәтйәнова

Солтанай 914-се участка һайлау комиссияһында һайлау барышын күҙәтә Тулыраҡ:

Күҙәтеүсе-блогер Регина Ниғмәтйәнова
Күҙәтеүсе-блогер Регина Ниғмәтйәнова

Районыбыҙҙағы һәр һайлау участкаһына блогер-күҙәтеүселәр беркетелгән.  Күҙәтеүсенең төп бурысы — тауыш биреүҙе күҙәтеү, закон боҙоуға юл ҡуймау, хоҡуҡ боҙолған осраҡта мотлаҡ был күренеште теркәү.

Солтанай 914-се участка һайлау комиссияһында күҙәтеүсе-блогер Регина Ниғмәтйәнова өс көн буйына һайлау барышын күҙәтә.

  • Мин күҙәтеүсе-блогер булып тәүге тапҡыр ғына эшләһәм дә, үҙем ошо ауылдан булғас, ауыл халҡы менән дә, һайлау барышы менән дә яҡшы танышмын. Әлеге Рәсәй Президенты һайлауҙарына алдан етди әҙерлек алып барылды, махсус уҡыуҙар үттек. Үҙемдең “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге сәхифәмдә һайлау барышы тураһында постар ҡуйып барам, — тип һөйләй Регина. — Ауылыбыҙ ҙур түгел, биреләге һайлау участкаһында Ҡаракүл, Ҡушкүл ауылдары халҡы ла тауыш бирә. Һайлау тыныс, эшлекле шарттарҙа үтә. Бер ниндәй тәртип боҙоуҙар юҡ, барыһы ла яҡшы. Халыҡ әүҙем килә, һайлай, үҙ-ара аралашып, хәл-әхүәл белешеп ҡайтып китәләр.

Регина үҙенә йөкләтелгән эшкә яуаплы ҡарай. Ауылда үткәрелгән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан гүзәл зат Асҡын почтамтында пенсия таратыусы булып эшләй. Ул — күп балалы әсә лә. Үҙҙәренең ике сабыйы эргәһенә тәрбиәгә  мәрхүм апаһының өс балаһын да алғандар. Тормош иптәше Марат Регинаға һәр яҡлап булыша, ярҙамлаша. Һайларға ла улар бергәләп килде.

Илһөйәр Махатова.

Күҙәтеүсе-блогер Регина Ниғмәтйәнова
Күҙәтеүсе-блогер Регина Ниғмәтйәнова
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: