Мирхәйҙәровтар биш бала тәрбиәләй. Ишле ғаилә башта Гөлнурҙың тыуған ауылы Ҡушкүлдә йәшәне. Ауыл бәләкәй булғанлыҡтан, эш урындары ла, мәктәп тә булмау сәбәпле, ғаилә башлығының тыуған ауылы Ҡарткиҫәккә күсенделәр. Унда балаларға уҡырға мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла бар, эш тә табып була. Балаларҙың дүртеһе уҡыусы: Ынйы — 9-сы, Ридаль — 5–се, Рамазан — 3-сө һәм Әлфинә 1-се класта белем ала. Ә төпсөктәре Наҙгөлгә биш йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй.
Мирхәйҙәровтар балаларының яҡты киләсәге, ил-көндәрҙең имен булыуы өсөн тауыш бирҙе.
Илһөйәр Махатова.