Яубүләк ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында урынлашҡан 913-сө участка комиссияһында ла Рәсәй Президентын һайлау әүҙем бара.
Биләмә депутаты Александр Юдин гражданлыҡ бурысын үтәргә ата-әсәһе һәм буласаҡ тормош иптәше менән килде.
Юдиндар — ғүмер буйы ауыл, район мәнфәғәте өсөн тырышып эшләгән ғаиләләрҙең береһе. Хаҡлы ялда булһа ла, Павел Петрович ауыл хакимиәтендә — водитель, ә тормош иптәше Татьяна Михайловна техник хеҙмәткәр булып хеҙмәт һала. Улдары Александр — Асҡын урман хужалығында, ә буласаҡ килендәре район хакимиәтендә эшләй.
Сәстәрен-сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡорорға уйлаған йәштәр — Александр һәм Иленаны алдағы аҙнала туй мәшәҡәттәре көтә.
Илһөйәр Махатова.
Анна Ханжина фотолары.