Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март , 10:45

“Ил-көндәр тыныс булһын” тип

хөрмәтле ветеран тауыш бирҙе Тулыраҡ:

“Ил-көндәр тыныс булһын” тип
“Ил-көндәр тыныс булһын” тип

Упҡанкүл ауылында йәшәүсе иҫән-һау булған берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы Әхмәтзакиров илебеҙ өсөн мөһим булған сарала ҡатнашып, лайыҡлы кандидат өсөн тауышын бирҙе. Һайлау комиссияһы ағзалары Зилира Мөғинова менән Зимфира Дәүләтова хөрмәтле аҡһаҡалды өйөнә килеп һайлатты.

98 йәшлек ветеранға күҙ теймәһен әле!  Ул ил-көндәге хәлдәр, ауылдаштарының тормошо менән ҡыҙыҡһынып йәшәй, тормоштоң тағы ла яҡшырасағына, илдәрҙә тыныслыҡ урынлашыуына өмөтләнә. Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы  илебеҙ яҙмышы хәл ителгән мөһим сараларҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмаған. Хөрмәтле шәхес шулай яҡташтарына яуаплы граждан булыуҙың өлгөһөн күрһәтә. 

Илһөйәр Махатова.

“Ил-көндәр тыныс булһын” тип
“Ил-көндәр тыныс булһын” тип
“Ил-көндәр тыныс булһын” тип
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: