Ағинәйҙәр биләмә башлыҡтарының уң ҡулы, тиһәк тә хата булмаҫ. Сөнки улар мәҙәни сараларҙы ойоштороу һәм сығыш яһауҙан тыш тәрбиәүи эштәр ҙә алып бара, илебеҙ өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша.
Бына Рәсәй Президентын һайлауҙа ла улар әүҙемлек күрһәтеп, беренселәрҙән булып тауыш бирә, үҙҙәренең сағыу кейемдәрендә һайлау участкаларына килеп, йырлап-бейеп сығыш яһап, һайлау эшенә йән өрә, йәм өҫтәй.
Үршиҙе ауылындағы 943-сө һайлау комиссияһында тауыш биргән Альбина Насырова етәкселегендәге “Гөлнәзирә” фольклор коллективын ғына алһаҡ та. Халыҡ ижады конкурстарында, төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашып призлы урындар яулаған ансамбль был юлы ла күп милләтле илебеҙҙә йәшәүсе һәр кеше өсөн маһим ваҡиғанан ситтә ҡалмай үҙҙәренең, балаларының киләсәге өсөн тауыш бирҙе.
Шулай уҡ Ҡашҡа, Ҡубияҙ, Ҡыйғаҙы, Петропавловка, Упҡанкүл һәм башҡа ауыл ағинәйҙәре лә башҡаларға матур өлгө күрһәтә, һайлауҙа әүҙем ҡатнаша.
Илһөйәр Махатова.