Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март , 13:30

50 йыл йәшәгән матур парҙы ҡотланылар

Тулыраҡ:

50 йыл йәшәгән матур парҙы ҡотланылар
50 йыл йәшәгән матур парҙы ҡотланылар

Любимовка ауылында йәшәүсе Людмила һәм Геннадий Накаряковтарҙың ғаилә ҡороп йәшәй башлауына ошо көндәрҙә 50 йыл булған. Алтын туйҙарын билдәләүсе пар Петропавловка ауылында урынлашҡан һайлау участкаһына килеп тауыш бирҙе. Уларҙы комиссия рәйесе ғүмер байрамдары менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе, ә китапханасы Рина Муллахан ҡыҙы бирелә ойошторолған сәй табынына саҡырҙы.

Геннадий Иванович һәм Людмила Эдуардовна ауылда ихтирамлы ғаилә. Уларҙың ғүмере “Чапаев” колхозда тырыш хеҙмәттә үтә, ике ҡыҙ үҫтереп оло тормош юлына сығарғандар.

Накаряковтар йәштәргә матур өлгө күрһәтеп һәр һайлауға парлашып килә, лайыҡлы кандидатҡа үҙ тауышын бирә.

Илһөйәр Махатова.

Альбирт Ҡәҙимов фотолары.

50 йыл йәшәгән матур парҙы ҡотланылар
50 йыл йәшәгән матур парҙы ҡотланылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: