Ҡыйғаҙы ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 937-се һайлау участкаһында иртәнән үк йәнлелек. Ильяс Ғәзинур улы Дәүләтгәрәев етәкселегендәге комиссия ағзалары тауыш биреүселәрҙе ихлас ҡаршы алып, аңлата, һорауҙарға яуап бирә.
Участка һайлау комиссияһы асылыу менән беренселәрҙән булып Венера апай Ғәниева килеп тауыш бирҙе. Ильяс Ғәзинур улы уға ҡотлап бүләк тапшырҙы. Венера Ғәйнелйән ҡыҙы комисия ағзаларына сәй эсергә тәмле бауырһаҡ та бешереп алып килгән.
Һайлау комиссияһында һайлаусыларға тауыш бирергә бөтә шарттар ҙа булдырылған: йылы, яҡты, уңайлы.
Илһөйәр Махатова.