Асҡын районы Кәрткиҫәк ауылында урынлашҡан 924-се участка һайлау комиссияһында тауыш биреү аят уҡыуҙан башланды. "Илдәребеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, доньяларыбыҙ имен булһын", — тип теләне урындағы имам-хатиб Илдар Мулләхмәтов.