Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Март , 12:20

Ҡоймаҡ менән сәй эсеп, фотоға төшөп китәләр

Петропавловка, Дәүләт, Шорохов, Йырмаялан, Любимовка  ауылдары халҡы Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға яуаплы ҡарай

Ҡоймаҡ менән сәй эсеп, фотоға төшөп китәләр
Ҡоймаҡ менән сәй эсеп, фотоға төшөп китәләр

Петропавловка ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында урынлашҡан 936-сы участка һайлау комиссияһында ла әлеге мәлдә эштәр ҡыҙыу бара. Дәүләт, Шорохов, Петропавловка, Йырмаялан, Любимовка  ауылдары халҡы Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға яуаплы ҡарап, әүҙем ҡатнаша.

Һайлау участкаһына беренсе булып Шорохов ауылынан Нурия Мирғәлиева ҡыҙы Алина менән килде. Комиссия рәйесе Вера Васильевна Агапитова уға бүләк тапшырҙы.

Шулай уҡ тәүгеләрҙән булып оло быуын кешеләре — Дәүләт ауылынан мулла Сәғитйән Фәғимйән улы һәм Ҡәдәриә Дәүләтхан ҡыҙы Ғәлимшиндар, староста Радик Хәләф улы Исламов та гражданлыҡ бурысын үтәне.

90-сы тиҫтәне ваҡлаған Руза Ғәлим ҡыҙы Шәрәфисламова ла һайлау участкаһына үҙе килеп, илебеҙ тыныс, донъяларыбыҙ имен булһын тип, лайыҡлы кандидат өсөн үҙенең тауышын бирҙе.

Һайлау участкаһында тауыш биреүселәргә уңайлы шарттар булдырылған. Әүҙем, үҙ эшенә яуаплы ҡараған китапханасы Рина Муллахан ҡыҙы тәмле ҡоймаҡтар менән сәй эсеү ойошторҙо. Бирелә иҫтәлеккә фотоға төшөү өсөн мөйөш тә йыһазландырылған.

Илһөйәр Махатова.

Ҡоймаҡ менән сәй эсеп, фотоға төшөп китәләр
Ҡоймаҡ менән сәй эсеп, фотоға төшөп китәләр
Ҡоймаҡ менән сәй эсеп, фотоға төшөп китәләр
Ҡоймаҡ менән сәй эсеп, фотоға төшөп китәләр
Ҡоймаҡ менән сәй эсеп, фотоға төшөп китәләр
Ҡоймаҡ менән сәй эсеп, фотоға төшөп китәләр
Ҡоймаҡ менән сәй эсеп, фотоға төшөп китәләр
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: