Ҡашҡа ауыл Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 919-сы участка һайлау комиссияһы иртәнге сәғәт һигеҙҙән үҙ эшен башланы. Далира Фәзит ҡыҙы рәйеслек иткән комиссияла секретарь Ләйсән Мансур ҡыҙы, ағзалар Эльмира Ҡыяметдин ҡыҙы, Гөлфиә Мәғсүмйән ҡыҙы һәм Эльза Юныс ҡыҙы һайлаусыларҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай.
Оло быуын кешеләре һәр ваҡыт ил яҙмышы хәл ителгән мәсьәләләргә яуаплы ҡарай. Бирелә лә һайлау участкаһына Флүрә һәм Фәүзтдин Фәйзрахмановтар улдары Фәнүр менән беренселәрҙән булып килеп гражданлыҡ бурысын үтәне. Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, Фәүзтдин Мөсәннип улы хаҡлы ялда.
Йәштәр ҙә иртән үк гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыға. Юлиә һәм Флүр Зиннәтуллиндар ҙа килеп лайыҡлы кандидат өсөн үҙҙәренең тауышын бирҙе.
Илһөйәр Махатова.
Эльза Әфтәхова фотолары.