Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Март , 17:05

Биләмә башлығын ҡотланылар

Бөгөн 936-сы һайлау участкаһында Петропавловка ауыл биләмәһе башлығы Альбирт Ҡәҙим улы Ҡәҙимовты тыуған көнө менән тәбрик иттеләр

Биләмә башлығын ҡотланылар
Биләмә башлығын ҡотланылар

Альбирт Ҡәҙим улына бөгөн, Рәсәй Президентын һайлауҙың беренсе көнөндә, 59 йәш тулды. Ауыл биләмәһе башлығының һәр эш көнө тығыҙ графикта үтә, ә бөгөнгөһөнә мөһим сара — һайлау мәшәҡәттәре лә ҡушылған.  Уны үҙ коллективы һәм һайлау комиссияһы ағзалары ихлас тәбрик итеп, изге теләктәрен еткерҙе.

Альбирт Ҡәҙим улы — район мәнфәғәтенә тырыш хеҙмәт һалған хөрмәтле ир-уҙамандарыбыҙҙың береһе.  Ҙур тырышлыҡ, яуаплылыҡ, халыҡ менән эшләй белеү һәләте талап иткән ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын да ул 11-се йыл лайыҡлы алып бара. Быға тиклем Мутайылғала кооператив рәйесе, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән. Зөһрә Хәтәм ҡыҙы менән 36 йыл татыу ғүмер кисереп, өс бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырғандар. Бөгөнгө көндә алты ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп ҡыуаналар.

Илһөйәр Махатова.

Биләмә башлығын ҡотланылар
Биләмә башлығын ҡотланылар
Биләмә башлығын ҡотланылар
Биләмә башлығын ҡотланылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: