Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Март , 15:05

“Аулаҡ өй”ҙәр үҙҙәренең сығышы менән комиссия эшен йәмләне

Упҡанкүл ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 915-се участка һайлау комиссияһы эше лә әүҙем бара

“Аулаҡ өй”ҙәр үҙҙәренең сығышы менән комиссия эшен йәмләне
“Аулаҡ өй”ҙәр үҙҙәренең сығышы менән комиссия эшен йәмләне

Иртән үк оло быуын вәкилдәре һайлауға ашыҡты. 80 йәшен тултырған Рәзинә Фәйез ҡыҙы Рәжәпова бер һайлауҙы ла ҡалдырғаны юҡ. 84 йәшлек Әфҡәт Зыя улы Закиров та тәүгеләрҙән булып килеп етте. Ғүмерҙәре тырыш хеҙмәттә үткән өлкәндәр лайыҡлы кандидат өсөн тауыш биреп, комиссия ағзаларына еңел эш теләне.

Комиссия эшен Зөбәржәт Ғәфиф ҡыҙы Әминева  етәкселегендәге “Аулаҡ өй” фольклор коллективы ағзалары ла үҙҙәренең йәнле сығышы менән йәмләне.  Улар моңло йыр башҡарҙы, рухлы, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ағинәй Гүзәл Ғатаулла ҡыҙы Ғәниева шиғыр уҡыны.

Тәжрибәле, заман менән бергә атлаусы уҡытыусылар коллективы ла был мөһим саранан ситтә ҡалманы. Улар дәррәү килеп лайыҡлы кандидат өсөн тауыш бирҙе.

Илһөйәр Махатова.

“Аулаҡ өй”ҙәр үҙҙәренең сығышы менән комиссия эшен йәмләне
“Аулаҡ өй”ҙәр үҙҙәренең сығышы менән комиссия эшен йәмләне
“Аулаҡ өй”ҙәр үҙҙәренең сығышы менән комиссия эшен йәмләне
“Аулаҡ өй”ҙәр үҙҙәренең сығышы менән комиссия эшен йәмләне
“Аулаҡ өй”ҙәр үҙҙәренең сығышы менән комиссия эшен йәмләне
“Аулаҡ өй”ҙәр үҙҙәренең сығышы менән комиссия эшен йәмләне
“Аулаҡ өй”ҙәр үҙҙәренең сығышы менән комиссия эшен йәмләне
“Аулаҡ өй”ҙәр үҙҙәренең сығышы менән комиссия эшен йәмләне
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: