Байрам тантанаһын Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талалов асты. Бөрө районы биәләмә–ара клуб системаларының һәм Бөрө ҡалаһы мәҙәниәт йортоноң иң яҡшы ижади коллективтары ҡунаҡтарҙы һәм ауыл халҡын матур концерт номерҙары менән шатландырҙы. Скандинав йөрөшөн яратыусылар 1200 метрлыҡ дистанциялы марафонда ҡатнашты.
– Сараға килеүемә һөйөнөп бөтә алмайым, — тип билдәләне Шалҡан ауылынан Маргарита Баязова. — Туғандарымды күрҙем, скандинав йөрөшө буйынса ярышта беренсе урынды яуланым. Беҙ бында тотош команда – пенсионерҙар, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Байрам бик оҡшаны. Спорт уйындары, концерт һәм төрлө һый-хөрмәт тә күңелгә хуш килде. Барыһы ла юғары кимәлдә үтте. Бында халыҡтар берҙәмлеге тойола. Беҙ – бер бөтөн!
Фестивалдә шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы һалдаттарҙың ҡаһарманлығы иҫкә алынды һәм “Ҡайғылы әсә” һәйкәленә сәскәләр һәм веноктар һалынды. Ауылдың татыу, әүҙем ғаиләләренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренә рәхмәт белдерелде.
Фестиваль күңелле һәм йылы мөхиттә үтте. Ул оҙаҡҡа күңелдәрҙә һаҡланыр.
Ғәлиә Ғәниева.