Асҡын ауылының 2-се балалар баҡсаһында бөгөн Ғаилә йылына арналған "Барыһы ла ғаиләнән башлана" исемле шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте
Конкурста бөтә төркөмдәрҙән барлығы 43 тәрбиәләнеүсе ҡатнашты. Байрамға йорт эйәһе Кузя ла килгәйне, ул балаларҙың шиғырҙарын тыңлап, һәр береһенә маҡтау һүҙҙәре әйтте. Кескәйҙәр үҙҙәренең иң яҡын кешеләре: әсәй, атай, өләсәй-олатай, ғаилә, Тыуған ил тураһындағы шиғырҙарҙы ҙур оҫталыҡ менән һөйләне.
Жюри ағзаларына — балалар баҡсаһы мөдире Лариса Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшина, ата-әсәләр комитеты рәйесе Әлфиә Фрит ҡыҙы Әхмәрова, мәктәпкәсә белем биреү ветерандары Маргарита Александровна Шевырталова һәм Алия Абдулла ҡыҙы Саҙрыеваға балаларҙың сығышын баһалау еңелдән булманы. Жюри ағзалары конкурсҡа йомғаҡ яһаған арала балалар күңелле флешмоб бейене.
Жюри еңеүселәрҙе йәш төркөмдәре араһында; “Иң ихлас башҡарыу”, “Иң оҫта башҡарыу”, “Иң тасуири башҡарыу” номинацияларында; башҡорт һәм инглиз телдәрендә башҡарыусыларҙы айырым һәм конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһын да билдәләне.
Балаларҙа туған телгә, Тыуған илгә, ғаиләгә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләүгә йүнәлтелгән һүҙ бәйгеһе балалар баҡсаһында матур йолаға әйләнгән.
Илһөйәр Махатова.