Ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан иртәнән үк гөр килде. Бала-саға байрамға йыйылды, ҡатын-ҡыҙҙар самауыр ҡайнатып сәй әҙерләне.
Ауыл китапханасыһы Лилиә Сәмиғуллина гүзәл заттарҙы һәм ҡыҙҙарҙы 8 Март байрамы менән ҡотланы, аҙаҡ Масленица тураһында һөйләп, балалар менән ҡыҙыҡлы хәрәкәтле уйындар уйнатты. Йола буйынса ҡарасҡы ла яндырҙылар. Байрам аҙағында әсәйҙәр әҙерләгән тәмлекәстәр менән тәмле самауыр сәйе эстеләр.
Илһөйәр Махатова.
Лилиә Сәмиғуллина фотолары.