РФ Дәүләт Думаһында «Әсәлек капиталы»н бер миллион һумға күтәреү тураһында закон проектын әҙерләгәндәр. Парламентарийҙар икенсе һәм өсөнсө балаға түләүҙәрҙе бер миллион һумға тиклем күтәрергә тәҡдим итә.
Парламенттың Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты рәйесе Ярослав Нилов әйтеүенсә, «Әсәлек капиталы» күптән тыуымды дәртләндереүсе һөҙөмтәле сараға әүерелде. Торлаҡ хаҡының һәм инфляцияның артыуы был ярҙамды күтәреүҙе талап итә. «Киләһе йылдың 1 февраленән үк беренсе балаға 756,7 мең һум һәм икенсе балаға, шулай уҡ өсөнсө балаға 1 млн һум (әгәр ҙә быға тиклем бындай дәүләт ярҙамы менән файҙаланмаған булһа) булырға тейеш», – тип яҙа ул үҙенең телеграм-каналында.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.