Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
7 Марта 2024, 07:44

Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар

Ҡубияҙ ауыл мәҙәниәт йортонда 8 Март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған ҙур байрам сараһы үтте.

Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарДонъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар

Байрамды әҙерләп, матур итеп алып барыусы мәҙәниәт йорто методисы Зәлфирә Фәтихова барыһын да сәләмләп, күңелдәргә үтеп инерлек шиғыр юлдары менән сараны асып ебәрҙе.
Гүзәл заттарҙы Ҡубияҙ ауыл биләмәһе башлығы Ришат Ғәбделхәйев байрам менән ҡотлап, иң йылы һәм изге теләктәрен еткерҙе.
Район хакимиәте башлығы исеменән ҡатын-ҡыҙҙарҙы Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Риваль Сәлимов ҡотланы. Риваль Ринат улы Ҡубияҙ мәктәбенең ауыл һәм районыбыҙҙың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыусы уҡыусыларына Рәхмәт хаттары тапшырып, уларға артабан да уңыштар теләне.
Гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотларға балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары ла килгәйне. Уларҙың әсәй һәм өләсәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәре менән һуғарылған шиғырҙары һәм йырҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә алтын туйҙарын билдәләгән ғаиләләр ҙә тәбрикләнде сарала. 50 йыл бергә татыу ғүмер итеп, аҡыллы балалар тәрбиәләп, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәр һөйгән, ғүмерҙәрен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән Фәйзиә һәм Равил Мәрбиевтар, Рәмилә һәм Финат Юнысовтар ҡотлауҙар ҡабул итеп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Ҡотлау адресын һәм иҫтәлекле бүләген алды.
75 йәшлек юбилейҙарын билдәләгән оло хөрмәткә лайыҡ апайҙар - Сәдидә Хәбибйән ҡыҙы Сәғзетдинова менән Бәхиә Әкрәм ҡыҙы Ғайфуллинаға ла бик күп изге теләктәр әйтелде.
Сара барышында улдары һәм ирҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан гүзәл заттарға ла иң йылы ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.
Ҡотлауҙар Закирә Ғилметдинова етәкселегендәге “Ағинәйҙәр” фольклор-вокаль ансамбле һәм үҙешмәкәр сәнғәт һөйөүселәрҙең күңелле йырҙары менән үрелеп барҙы. “Ағинәйҙәр” коллективы “Килен төшөрөү” йолаһын да матур итеп сәхнәләштереп күрһәтте. Ҡубияҙ ағинәйҙәре быйыл да 8 Март байрамы алдынан оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы өйҙәренә барып, байрам менән ҡотлаған. Был хаҡта улар матур презентация эшләп, байрам барышында экрандан күрһәтте.
Байрам ҡотлауҙарға һәм йыр-моңға бай булып, бик матур үтте.


Наилә Имаева.

Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя күрке – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас