Быйыл Совет ғәскәрҙәренең Афған еренән сығарылыуына 35 йыл тулды. Был — Ватан исеменән бирелгән бойороҡто батырҙарса, намыҫ менән үтәгән ир-егеттәребеҙҙе иҫкә алыу көнө. Ошо дәүерҙәге егеттәр иңенә төшкән ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы күтәргән райондаштарыбыҙҙың береһе — Рәшит Мәғрүф улы Мусин.
Рәшит Мәғрүф улы 1963 йылдың 23 декабрендә Иштирәк ауылында донъяға килә. Тыуған ауылында — һигеҙ класты, күрше Яңы Ямурҙала урта мәктәпте тамамлай.1981 йылда тыуған ауылындағы мәктәптә хеҙмәт юлын башлай. Оҙаҡ эшләргә тура килмәй уға, 1982 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ватан алдындағы изге бурысын Афғанстанда 1356-сы дөйөм ғәскәр штурм батальонының тәьминәт ротаһында пулеметсы булып үтәй.
Яугир-интернационалист Рәшит Мәғрүф улы күрһәткән батырлыҡтары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы, “Афған һуғышы ветераны” ордены, Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары союзы тарафынан бирелгән “Ҡаҙаныштар өсөн”, “Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 20 йыллығы”, “Афғанстанда хәрби хәрәкәттәр тамамланыуҙың 25 йыллығы иҫтәлегенә”, “Афғанстанда хәрби хәрәкәттәр тамамланыуҙың 30 йыллығы иҫтәлегенә”, “Яугир-интернационалисҡа рәхмәтле Афған халҡынан” һәм башҡа юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
Тыныс тормошта ла Рәшит Мәғрүф улы абруй һәм хөрмәт яулаған. 1984 йылда тыуған яғына ҡайтыу менән “Ленин-Бүләк” колхозына эшкә урынлаша. 1990 йылдан алып Юғары Янаҡтай ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын намыҫ менән башҡара. Фиҙаҡәр райондашыбыҙға Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы, урындағы үҙидара органдарында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһы Муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының Почет грамотаһы һәм йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүҙә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың Рәхмәт хаты тапшырылған.
Рәшит Мәғрүф улы тормош иптәше Гөлиә Фәтихйән ҡыҙы менән 1991 йылда өйләнешәләр. Йәш ғаиләгә бәхет һәм йәм өҫтәп ике ул — Рәмзил һәм Руслан тыуа. Балаларына белем алырға ярҙам итәләр, яҡшы тәрбиә бирәләр. Улдары инде икеһе лә үҙ юлдарынан ныҡлы аҙымдар менән атлай. Хәҙер Мусиндар балалары, биш ейәненең шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп бәхетле ғүмер кисерә.
Афғанстан... Ошо ҡурҡыныс йылдарҙағы дәһшәтле һуғышта күпме ҡан, күпме күҙ йәше түгелгән... Ә күпме ир-егеттең ғүмере өҙөлөп, тыуған йортона цинк табутта ҡайтарылған, күпмеһе ғәрипләнеп ҡалған, ә күпмеһе иҫән-һау ҡайтһа ла, төҙәлмәҫлек күңел яралары алған. Байтаҡ ғүмер үтһә лә, ҡот осҡос ваҡиғалар улар хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәһендәр, кешелек сифаттарын юғалтманылар, намыҫтарына хыянат итмәнеләр. Мәҡәләм геройы Рәшит Мәғрүф улы кеүек яугирҙарыбыҙ утты-һыуҙы кисеп тыуған ерҙәренә ҡайтҡас та һынатманы, лайыҡлы хеҙмәт һәм ғүмер юлы үтте.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.