Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
15 Февраль 2024, 04:40

Афғанстан — йөрәк яраһы

Бөгөн,  15 февралдә,  Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тула.  Был көндә Рәсәй халҡы донъялағы төрлө “ҡыҙыу нөктәләрҙә” дәүләтебеҙ мәнфәғәтен намыҫ менән яҡлаған үҙенең батыр улдарын иҫкә ала.  Урмияҙ ауыл мәҙәниәт йортонда ла ошо уңайҙан илһөйәрлек менән һуғарылған сара үтте.

Афғанстан — йөрәк яраһыАфғанстан — йөрәк яраһы
Афғанстан — йөрәк яраһы

Унда Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлин,  Афған яуын үтеп, имен-һау тыуған еренә ҡайтҡан ветеран  Марсель Ғайнуллин, Урмияҙ урта мәктәбе директоры Резеда Ибраһимова, тәрбиәүи һорауҙар буйынса кәңәшсе  Миләүшә Абдуллина  етәкселегендә уҡыусылар һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Миләүшә Альберт ҡыҙы    Афған һуғышы, унда совет һалдаттарының интернациональ бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары хаҡында доклад менән сығыш яһаны.  

Яугир-интернационалист Марсель Ғәҙелша улы  Афғанда хеҙмәт итеү осорондағы төрлө хәлдәр,  хәтирәләре тураһында уҡыусылар менән уртаҡлашты. Хәрби дуҫлыҡ, совет һалдаттарының ҡаһарманлығы хаҡында һөйләне. Ул  йәш быуынды яҡшы уҡырға, спорт менән дуҫ булырға, тормошто яратырға, Ватанды һөйөргә һәм уның тоғро улдары, лайыҡлы һаҡсылары булырға саҡырҙы.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрәҙре, урындағы һәүәҫкәр артистар һәм мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән байрам концертын ҡарағандан һуң  барыһы ла бергәләп Еңеү паркындағы обелискка сәскәләр һалды һәм  Тыуған илебеҙ  именлеге өсөн һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

Ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин  яугирҙарыбыҙҙы, уларҙың батырлығын онотмаҫҡа, үҫеп килгән быуынға илебеҙҙең данлы һәм шанлы үткәнен белергә, тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан яугирҙарға хөрмәт күрһәтергә, илһөйәр булып  үҫергә саҡырҙы һәм  иҫтәлекле көн уңайынан изге теләктәрен еткерҙе.

Хөрмәтле Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, илебеҙҙән ситтә булған башҡа локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар!

Һеҙ хәрби бурысығыҙҙы ҙур батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ менән үтәнегеҙ, совет һалдаты тигән исемде намыҫ менән йөрөттөгөҙ. Тыуған ил алдында биргән антығыҙға тоғро булдығыҙ. Сиктәрен һаҡлаған илдәрҙәге халыҡ хәтерендә һеҙ ҡаҡшамаҫ рухлы яугир, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып ҡалдығыҙ. Яугир-интернационалистарҙың, “афған” ветерандарының бөгөнгө көндәлек хеҙмәте, әүҙем һәм яуаплы гражданлыҡ позицияһы, үҫеп килеүсе йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары  ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға, һәләк булған яугир-интернационалистарҙың ғаиләләренә ныҡлы һаулыҡ, бөтә изге башланғыстарында уңыштар, оҙон ғүмер, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ.

 

Наилә Имаева.

 

Афғанстан — йөрәк яраһы
Афғанстан — йөрәк яраһы
Афғанстан — йөрәк яраһы
Афғанстан — йөрәк яраһы
Афғанстан — йөрәк яраһы
Афғанстан — йөрәк яраһы
Афғанстан — йөрәк яраһы
Афғанстан — йөрәк яраһы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас