Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
9 Февраль 2024, 04:45

Тәүге Президентыбыҙҙы хөрмәтләп

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы студенты Илшат Ҡазыханов Ҡашҡа мәктәбендә илһөйәрлек менән һуғарылған дәрес үткәрҙе

Тәүге Президентыбыҙҙы хөрмәтләпТәүге Президентыбыҙҙы хөрмәтләп
Тәүге Президентыбыҙҙы хөрмәтләп

Ҡашҡа урта мәктәбендә “Туған телебездә сүләшәбез һәм аралашабыз” проекты сиктәрендә театр-фольклор түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр өсөн Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты — күренекле шәхесебеҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл айҡанлы тематик сара үтте.

Фәһемле һәм йәнле сараны Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы студенты Ҡазыханов Илшат әҙерләп үткәрҙе.

Балалар Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың биографияһы менән танышты, уның бөйөк эштәре һәм тыуған республикабыҙ үҫешенә индергән өлөшө хаҡында белде. Сара йылы һүҙҙәр һәм бөйөк шәхескә ҡарата һоҡланыу хистәре менән һуғарылды. Уҡыусыларҙың һорауҙары Башҡортостан Республикаһы тарихы һәм мәҙәниәте менән ихлас ҡыҙыҡһыныуҙарын күрһәтте. Был осрашыу уларға тарихи ваҡиғалар менән танышыу мөмкинлеген биреп кенә ҡалманы, шулай уҡ үҙ-үҙеңде артабан үҫтереүгә һәм рухи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә лә илһамландырҙы.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тураһындағы данлы хәтер бөтә быуындар, шулай уҡ Ҡашҡа мәктәбе уҡыусылары  йөрәгендә лә йәшәйәсәк, сөнки уның эштәре һәм ҡаҙаныштары — рух көсө һәм ныҡлығының сағыу кәүҙәләнеше.

Тәүге Президентыбыҙҙы хөрмәтләп
Тәүге Президентыбыҙҙы хөрмәтләп
Тәүге Президентыбыҙҙы хөрмәтләп
Тәүге Президентыбыҙҙы хөрмәтләп
Тәүге Президентыбыҙҙы хөрмәтләп
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас