Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
9 Февраль 2024, 06:50

Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу

Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһында тәрбиәсе Глүсә Ғәлиева яугир-интернационалистар менән йәнле сара үткәрҙе.

Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыуИлһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу

Сара Совет ғәскәрҙәрен Афған еренән сығарыуҙың 35 йыллығына арналды. Балалар менән осрашыуға  яугир-интернационалистар — Асҡындан Йәүхәт Шәйәхмәтов, Тәфкил Шакиров һәм Баҙансаттан Винер Ғәлиев саҡырылғайны. Улар әҙерлек һәм өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәренә үҙҙәренең хәрби хеҙмәт йылдары, Афған ерендә күргәндәре, ир-егеттең Тыуған илен, ерен, ғаиләһен һаҡлаусы һәм яҡлаусы булыуы тураһында һөйләне.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Йәүхәт Раил улы балаларға хәрби хеҙмәтте лайыҡлы үтер өсөн бала саҡтан уҡ спортты яратырға, әүҙем, тырыш булырға кәрәклеге тураһында аңлатты. Ул ҡулына гармунын алып, Афған тураһында йыр йырлағанда, балалар тын ҡалып, ҡыҙыҡһынып тыңланы.

Баҙансат ауылынан килгән Винер Зиннәтулла улы  армияла ике йыл хеҙмәт итә. БТР водителе була. Тыуған ил алдындағы бурысын лайыҡлы үтәгән яугир-интернационалист  хәстәрлекле тормош иптәше, өлгөлө атай һәм олатай. “Һалдатҡа туғандарының, яҡындарының рухи ярҙамы бик мөһим. Был көс уға ауыр минуттарҙа өмөт һәм ышаныс бирә”, — тип һөйләне ул. Винер Зиннәтулла улының ҡустыһы Дим Ғәлиев та хәрби хәрәкәттәр ветераны.

Тәфкил Ғлимхан улы Шакиров Олокүл ауылында тыуған, танкта өлкән механик булып хеҙмәт иткән. Ул осрашыуға  үҙенең һалдат формаһын алып килгәйне, уға хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән өсөн тапшырылған миҙалдар тураһында һөйләне.

Сарала хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булған яугирҙарыбыҙҙы иҫкә алып, бер минут тын торҙолар. Ҡунаҡтарға тәрбиәләнеүселәр ҙә  рухлы концерт номерҙары әҙерләгәйне. “Ләйсән” әҙерлек төркөмө малайҙары һәм ҡыҙҙары “Ватанды һаҡлаусылар” тип исемләнгән композиция һәм бейеү менән сығыш яһаны, башҡорт телендә “Атайым” йырын башҡарҙы. “Йәйғор” өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре батыр  һалдаттар хөрмәтенә йыр йырланы.

Балалар ветерандарға изге теләктәрен еткереп, үҙ ҡулдары менән яһалған ҡотлау открыткаларын бүләк итте. Сара аҙағында һәр бала яугир-интернационалистар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.

Тәжрибәле тәрбиәсе Глүсә Хисаметдин ҡыҙы балаларҙы һалдат тормошо менән таныштырыу маҡсатында  бай күргәҙмә лә ойошторғайны. Илһөйәрлек тойғолары, лайыҡлы хәрби хеҙмәт һәм тормош юлы үткән ир-егеттәребеҙ менән ғорурланыу  хистәре тәрбиәләгән осрашыу балалар өсөн фәһемле булды.

Илһөйәр Махатова.

Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Илһөйәрлек менән һуғарылған осрашыу
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас