Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Февраль , 16:30

Ихтирам һәм һоҡланыу уята

Өфө ҡалаһының 94-се лицейы уҡытыусыһы Фидания Тәфкил  ҡыҙы Әхмәдйәнованың хөрмәтле остазы, мәғариф ветераны Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина тураһындағы тәрән йөкмәткеле мәҡәләһе

Ихтирам һәм һоҡланыу уята
Ихтирам һәм һоҡланыу уята

Кеше бер урында тапанырға тейеш түгел, ә алға барырға, үҫешергә тейеш тигән фекер йәшәп килә халыҡ араһында. Әммә һәр кем быны үҙенсә аңлай: берәү өсөн ул – байлыҡ, икенселәргә – карьера... Ә бына мәҡәләмдең геройы, ысын остаздарға ғына хас булғанса, был һүҙҙең мәғәнәһен үҙ шәхесенә генә ҡайтарып ҡалдырмай, ә уҡыусыларының яулаған үрҙәрендә, уңыштарында күрә. Ә улар аҙ түгел! Үҙ мөмкинлектәрен уҡыусыларының, коллегаларының, ауылдаштарының талантын асыуға, уларҙы үҫтереүгә бағышлаған остазым хаҡында булыр һүҙем. Ул – ысын илһөйәр, һөйөклө тормош иптәше, яратҡан әсәй, өлгөлө хужабикә, Атайсалымдың йөҙөк ҡашы, ихтирамлы ағинәй һәм остаз – Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина.
Тарих уҡытыусыһы, мәктәптә тәрбиә эштәре буйынса оҙаҡ йылдар директор урынбаҫары булып эшләгән остазымды эҙмә-эҙлекле, емешле эштәре баһалап бөткөһөҙ. Мәктәпкә килгән ҡырҡ ата балаһының күңеленә асҡыс табыу еңелдән түгеллеген мәғариф системаһында эшләүселәр бик яҡшы аңлай. Шуға ла Фәнирә Мәүли ҡыҙы ата-әсәләрҙе, ауылдаштарҙы уҡытыу-тәрбиә эштәренә йәлеп итеү өсөн күп көс һала.
“Үҙем эшләй башлағандан алып, 2015 йылдарға тиклем «Тыуған яҡты өйрәнеү» программаһын төҙөнөм. Мәктәптең тәрбиә системаһында тыуған яҡты өйрәнеүҙе бөтә мәктәп, ауыл, йәмәғәтселек менән бергә алып барыу – төп маҡсатым ине, – ти остаз. Ул ойошторған сараларҙың исемдәре үк – «Бәхет – хеҙмәттә», «Бөйөк Еңеү хаҡына», «Ысын күңелдән», «Халҡыбыҙҙың изге йолалары», «Тыуған яғым – гүзәл яҡ, күңелем нурға тулған яҡ», «Минең ғаиләм – минең байлығым» – күпте һөйләй. Ә инде ауылыбыҙҙың уңған, булдыҡлы ғаиләләренең шәхси күргәҙмәләрен ойоштороу – байрамдарҙың сағыу биҙәге генә түгел, бик мөһим тәрбиә алымы. Хеҙмәткә һөйөү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, тарихыңды өйрәнеү, шәжәрәне белеү, йолаларҙы тергеҙеү, мәҙәни мөхиттә ҡайнау рухты нығыта, күңелде байыта.
“Тыуған яҡты өйрәнеү” эше Фәнирә Нәбиуллинаның ғүмерлек ҡаҙанышы тиһәк тә, хата булмаҫ. Ул – ысын илһөйәр. Ҡарткиҫәк ауылының, мәктәбенең тарихын өйрәнеп яҙыусы, википедияға мәҡәләләр индереүсе лә ул. Ауылыбыҙҙа бай музей булдырып, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан эшен дауам итеүгә күп көс һала. Рәсәй мәктәп музейҙары араһында призлы урын яулаған был музей менән танышырға республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары студенттары ла, хатта сит ил ҡунаҡтары ла килгәне бар.
Тыуған яҡты өйрәнеү эше буйынса ике тиҫтәгә яҡын мәктәп конференцияһы ойоштора Ф.М. Нәбиуллина. Сараларҙа райондың ғына түгел, баш ҡалабыҙ Өфөнән килгән абруйлы ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы эштең юғары кимәлдә үтеүе тураһында һөйләй. Кесе фәндәр академияһында ҡанат нығытҡан уҡыусылары республика кимәлендә лә һынатмай, ҙур уңыштарға ирешә.
Беҙҙең Ҡарткиҫәк ауылы – Асҡын районындағы төп башҡорт ауылы. Әммә ерле һөйләшебеҙ башҡорт әҙәби теленән айырыла. Был йүнәлештә лә Фәнирә Нәбиуллинаның ҡыҙыҡлы мәҡәләләре байтаҡ. Халҡыбыҙҙың ер-һыу атамаларын өйрәнеү, легенда-риүәйәттәрен туплау буйынса остазым, уҡыусылар менән бер рәттән, коллегаларын да йәлеп итә алды. Мәктәп музейында һаҡланған был материалдарҙы уҡыусылар ғилми-эҙләнеү эштәрендә ҡуллана.
Мәктәптә уҡығанда үҙебеҙ ҙә ауылыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша торғайныҡ. Беҙгә инструктаж үткәргәндә Ф.М. Нәбиуллина һөйләүсенең (респонденттың) һүҙҙәрен, һөйләмдәрен үҙгәртмәйсә, мотлаҡ йәнле һөйләү стилендә яҙыуҙы талап итә торғайны.
Ҡарткиҫәк ауылы тарихында Бөйөк Ватан һуғышы ҡалдырған эҙҙәр буйынса музейҙа махсус стендтар, обелиск Фәнирә Мәүли ҡыҙының архивтарҙан һәм төрлө сығанаҡтарҙан йыйған мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп төҙөлгән. Бөгөн дә яу ҡырында ятып ҡалғандар, иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандар, тыл эшсәндәре, һуғыш йылы балалары буйынса фото-мәғлүмәттәр йыйыу эше туҡталмай. Шулай уҡ Афған, Чечня ерҙәрендә ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән, Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан Ҡарткиҫәк ауылы ир-егеттәре тураһында альбомдар төҙөлгән.
Заман менән бергә атлаған уҡытыусыбыҙ – Вики-өләсәйҙәр проекты ирекмәне лә. Махсус курстар үтеп, Ҡарткиҫәк урта мәктәбе, уның тарихы тураһында мәғлүмәттәрҙе Википедияға индерҙе һәм даими рәүештә уларҙы тулыландырып тора. Был етди эш күп көс, ваҡыт талап итә.
“Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында Ҡарткиҫәк ауылының III урын яулауы ауылдаштарымдың оҙаҡ йылдар дауамында башҡарылған эштәренең лайыҡлы емеше, баһаһы. Оҫта ойоштороусы, белемле, тәжрибәле уҡытыусыбыҙҙың да өлөшө бар бында. Ауылыбыҙҙың иңIиң булдыҡлы, уңған гүзәл заттары бөтә тәрбиәүи сараларҙың ҡап уртаһында ҡайнай. Күптәре Фәнирә Мәүли ҡыҙы етәкләгән “Ағинәйҙәр мәктәбе” азғалары булып тора.
Фәнирә Нәбиуллина һәр саҡ үҙенә ярҙам иткән, аңлаған яҡындарына оло рәхмәтле.
Тормош иптәше, 23 йыл Ҡарткиҫәк акушер-фельдшерлыҡ пункты мөдире булып эшләгән Әхәт Әбделхәй улы – уның тәүге терәге. Шулай уҡ һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер ул-ҡыҙҙарының, оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп эшләгән коллегаларының, ауыл даштарының ярҙамы ең һыҙғанып эшләргә дәрт, көс бирә. Оло маҡсаттар менән йәшәүсе, тыуған ауылының, мәктәбенең данын күтәреүсе остазымдың хеҙмәте беҙҙә барыбыҙҙа ла һоҡланыу һәм ихтирам уята.

Автор: Әлфиә Йәнтурина.

Сығанаҡ: Ихтирам һәм һоҡланыу уята (uchbash.com)

Ихтирам һәм һоҡланыу уята
Ихтирам һәм һоҡланыу уята
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас в