Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
8 Февраль 2024, 09:20

Юғары Ҡанһөйәр ауылында — яңы ФАП

Балтас районының Юғары Ҡанһөйәр ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Медицинаның башланғыс звеноһын модернизациялау” программаһы сиктәрендә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты тантаналы рәүештә асылды.

Юғары Ҡанһөйәр ауылында — яңы ФАПЮғары Ҡанһөйәр ауылында — яңы ФАП
Юғары Ҡанһөйәр ауылында — яңы ФАП

Хәҙер ҡанһөйәрҙәрҙең уңайлы, барлыҡ нормаларға тура килтерелеп төҙөлгән яңы ФАП-та сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бар. Бирегә Юғары Ҡанһөйәр ауылы ғына түгел, Түбән Ҡанһөйәр һәм Бүләк ауылдары кешеләре лә мөрәжәғәт итә.

Сарала район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Ғилметдинов, Тусыбай ауыл биләмәһе башлығы Йәлил Ғафуров һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Динара Рәис ҡыҙы Юғары Ҡанһөйәр ауылы фельдшеры Рүзилә Вәлиеваны һөнәри оҫталығы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” күкрәк билдәһе менән бүләкләне.

Рүзилә Нәҡип ҡыҙы 1989 йылда медицина училищеһын тамамлағандан алып әлеге көнгә тиклем — өс тиҫтә йылдан артыҡ ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға бағышлай.

Фирғәт Нәбиуллин.

Юғары Ҡанһөйәр ауылында — яңы ФАП
Юғары Ҡанһөйәр ауылында — яңы ФАП
Юғары Ҡанһөйәр ауылында — яңы ФАП
Юғары Ҡанһөйәр ауылында — яңы ФАП
Юғары Ҡанһөйәр ауылында — яңы ФАП
Юғары Ҡанһөйәр ауылында — яңы ФАП
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас