Тәүге йыйылыштар Яңы йыл байрамдарына тиклем үк үткәрелә башлағайны. Унда упҡанкүлдәр программала ҡатнашырға бер тауыштан теләк белдерҙе. Мөһим һәм хәл ителергә тейешле мәсьәләләр ҡаралып, мәктәп территорияһын төҙөкләндереү һәм кәртәләп алыу әлеге көнгә иң көнүҙәк эштәрҙең береһе, тигән берҙәм ҡарарға килделәр. Программала ҡатнашыу шарттары тикшерелде, ауыл активистарынан торған инициатив төркөм һайланды.
Упҡанкүлдәр һайлаған проекттың дөйөм хаҡы — 441 мең 945 һум. Республика бюджетынан — 340 мең һум, райондан — 45 мең 945 һум ҡаралған. Ҡалған сумма — 28-шәр мең һум — халыҡтан һәм бағыусыларҙан йыйылырға тейеш.
— Урындағы башланғыстарҙы яҡлау прграммаһы ярҙамында ауылдар йәнләнә һәм йәмләнә, халыҡтың йәшәйеше ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Шуныһы ҡыуаныслы, был программа сиктәрендә халыҡты урындағы үҙидара эшенә йәлеп итеп, ауылдарҙағы мөһим проблемаларҙы билдәләп, бергәләп тормошҡа ашырабыҙ. Ошо программала 2016 йылдан башлап ҡатнашып, байтаҡ эштәр башҡарылды. Упҡанкүл ауылында ғына бер нисә йыл элек һыу һурҙырғыс башня ҡуйылды, мәктәптең түбәһе яңыртылды, тәҙрәләр алмаштырылды. Шуға уларҙың был программала ҡатнашыу тәжрибәһе бар. Үткән йыл Солтанай ауылында Ял паркы төҙөүгә субсидия алдыҡ. Хәҙер унда йәш ғаиләләр балалары менән буш ваҡытын файҙалы үткәрә. Ә бына быйыл Упҡанкүл ауылы халҡы “Мәктәп территорияһын төҙөкләндереү һәм кәртәләү өсөн төҙөлөш материалдары һатып алыу” проекты менән сыҡты. Ауылда мәктәп булһа, ауыл йәшәй, тигән һүҙ. Туғыҙ йыллыҡ белем усағында әлеге көндә 33 бала уҡый, һигеҙ уҡытыусы уларға белем бирә. Шуға күрә мәктәпте һаҡлап ҡалырға, уны эстән дә, тыштан да төҙөкләндерергә, матурларға тырыша ауыл халҡы, — ти Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев.
Мәктәпһеҙ ауыл айһыҙ мәсет кеүек, тиҙәр. Ауылда мәктәп — ул ябай белем биреү ойошмаһы ғына түгел, ә ауылдың мәҙәни, рухи үҙәге. Ҙур үҙгәрештәр заманында упҡанкүлдәрҙең районда уңыштары, ҡаҙаныштары менән һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә килгән мәктәпте һаҡлап ҡалырға тырышыуы маҡтауға лайыҡ. Һәм уларҙың берҙәм тырышлыҡ менән республика конкурсында еңеп сығыуына һәм ниәттәренә ирешеүенә ышаныс ҙур.
Шуны ла әйтеп үтке килә, Упҡанкүл ауылында тыуған яғы яҙмышына битараф булмаған, уңған, берҙәм халыҡ йәшәй. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ла әленән-әле гуманитар ярҙам ебәрә. Уҡытыусылар, уҡыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, хатта оло быуын кешеләре лә мәктәптә йәки мәҙәниәт йортонда йыйылып, байтаҡ маскировка селтәрҙәре үрҙе, йөҙҙән артыҡ окоп шәмдәре яһаны. Һәр кем ҡулынан килгәнсә дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә.
Илһөйәр Махатова.