Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Февраль 2024, 04:00

Ихлас йөрәктән тәбрик итәбеҙ!

Хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең верстка буйынса инженеры Зимфира Тәберис ҡыҙы Нартдинованы матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!!!

Ихлас йөрәктән тәбрик итәбеҙ!Ихлас йөрәктән тәбрик итәбеҙ!
Ихлас йөрәктән тәбрик итәбеҙ!

Зимфира Тәберис ҡыҙы! Күркәм ғүмер байрамың имен көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Әлегеләй шат, ихлас, бәхетле йылмайыуың һине бер ҡасан да ташламаһын. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт иткән яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Һиңә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, эшеңдә уңыштар, хәстәрлекле, ғаиләһе өсөн йән атып торған тормош иптәшең Булат менән оҙон, бәхетле, тигеҙ ғүмер теләйбеҙ. Мөхәббәт емештәрегеҙ — улығыҙ Алмаз менән ҡыҙығыҙ Динәне тигеҙлектә, именлектә үҫтереп, уҡытып, уңыштарына һөйөнөп кенә йәшәргә яҙһын һеҙгә! Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарың өсөн терәк-таяныс булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, бәхетле йәшә!

Тормоштоң иң йәмле сағы,

Утыҙ  йәш — ул аҙ әле!

Алда әле — күпме шатлыҡ!

Күпме бәхет, наҙ әле!
Ғүмереңдең был миҙгеле –

Туҡтап бер йырлап алыу,

Үткәндәргә шөкөр итеп,

Киләсәккә юл һалыу!
Бәхет нурында ҡойоноп,

Назға күмелеп йәшә.

Тиңең менән тигеҙ булып,

Һөйөп-һөйөлөп йәшә.

Изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” гәзите коллективы.

 

Ихлас йөрәктән тәбрик итәбеҙ!
Ихлас йөрәктән тәбрик итәбеҙ!
Ихлас йөрәктән тәбрик итәбеҙ!
Ихлас йөрәктән тәбрик итәбеҙ!
Ихлас йөрәктән тәбрик итәбеҙ!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас