"Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" республика һөнәри конкурсы быйыл дүртенсе йыл рәттән уҙғарыла. Ошо мәртәбәле конкурста Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лилиә Таһир ҡыҙы Ғәлимйәнова ҡатнаша. Бөгөн ул бәйгенең “Балалар менән сара” этабы сиктәрендә бик йәнле дәрес күрһәтте. Жюри ағзалары сараны онлайн форматта ҡарап, дәрес тураһында ыңғай фекерҙәрен еткерҙе.
Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһында бөгөн эш ҡайнап торҙо. Иртән мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмөндә ҡыҙҙар һәм малайҙар бал ҡорттары булып кейенеп, музыкаль залға йыйылды. Тәрбиәсе Лилиә Таһир ҡыҙы Ғәлимйәнова ошо төркөм балалар менән башҡорт халыҡ шөғөлдәренең береһе — умартасылыҡ темаһына бай йөкмәткеле дәрес күрһәтте.
Балаларҙың аң-белемен, фекерләүен, хәтерен үҫтереүгә йүнәлтелгән күп төрлө эш алымдарын һайлағайны тәжрибәле тәрбиәсе. Тәрбиәләнеүселәр ял минуттарында бал ҡорттары тураһында күңелле йыр йырлап, бейеп тә алды. Музыкаль яҡтан дәресте Рушания Әүхәт ҡыҙы Шәрәфетдинова биҙәне.
Дәрестең иң сағыу һәм ҡыҙыҡлы өлөшө балалар өсөн умартасы янына барып ҡайтыу булды. Болондар, баҫыуҙар буйлап барған саҡта халҡыбыҙҙың игенселек, малсылыҡ кеүек кәсептәрен дә хәтерҙәренә төшөрҙөләр. Хатта йылға буйында балыҡ тотоп ултырған балыҡсыға ла (был ролде Индира Рәдиф ҡыҙы башҡарҙы) тап булдылар. Умартасы балаларға күп ваҡыт һәм ҙур тырышлыҡ талап иткән шөғөл тураһында ентекләп һөйләне, бал ҡорттарының эше, бөтә илгә билдәле башҡорт балының тәмле һәм файҙалы ризыҡ булыуы тураһында бәйән итте. Малайҙар һәм ҡыҙҙар татлы ашамлыҡтың организмға кире яҡтарын да белде. Йомарт умартасы (был ролде килештереп тәрбиәсе Глүсә Ғәлиева башҡарҙы) уларға өйгә ҡайтҡас тәмләп сәй эсергә күстәнәскә бал биреп ҡайтарҙы.
Балалар өсөн был дәрес-сәйәхәт бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтте. Улар милли кәсептәребеҙ тураһында белемдәрен байытты. Ә үҙ эшенә бар күңел йылыһын һәм тырышлығын һалған Лилиә Таһир ҡыҙына мәртәбәле бәйгелә уңыштар теләйбеҙ!
Илһөйәр Махатова.