Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Ғинуар 2024, 04:00

Яуаплы һәм талапсан етәксе

Булат Сәлихов ауыл тормошона бәләкәйҙән ғашиҡ кеше

"Иң мөһиме, Аждаһа йылы илебеҙгә тыныслыҡ алып килеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!" — ти Булат Сәлихов."Иң мөһиме, Аждаһа йылы илебеҙгә тыныслыҡ алып килеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!" — ти Булат Сәлихов.
"Иң мөһиме, Аждаһа йылы илебеҙгә тыныслыҡ алып килеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!" — ти Булат Сәлихов.

Аждаһа йылында тыуғандарҙы  намыҫлы, хис-тойғоға бай, ҡыйыу, көслө ихтыярлы шәхестәр тип ҡылыҡһырлайҙар. Борай ауылында мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры булып эшләүсе  Булат  Тимерйән улы  Сәлихов  та нәҡ шундайҙарҙан. Сабыр, тыныс, ярҙамсыл, белемле, ғүмерен ергә бағышлаған үҙ эшенең оҫтаһы ул. 
Булат  Тимерйән улы   1976 йылда Бәләкәй Баҙраҡ ауылында тыуа. Урындағы урта мәктәпте тамамлағас, армия сафына алына. Чечен һуғышында ҡатнаша. Хәрби бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡас,  Яр Саллы ҡалаһында Кама дәүләт  автомеханика техникумында  уҡып, ҡулына диплом ала. Йәш белгес Яр Саллы ҡалаһында бухгалтер булып хеҙмәт юлын башлай. Өс йыл эшләгәндән һуң   тыуған ауылына ҡайтып,  Ленин исемендәге хужалыҡта  иҡтисадсы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған белгесте бер нисә йылдан һуң хуҗалыҡ  рәйесе урынбаҫары, һуңыраҡ уның директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала Булат  Тимерйән улы   туғыҙ йыл эшләй. Ауыл хужалығы тармағында намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнә. 
2021 йылда  Булат  Сәлиховты  мәғлүмәт-консультация үҙәге  директоры итеп тәғәйенләйҙәр.  Ауыл хужалығы өлкәһендә эшләп, байтаҡ тәжрибә туплаған етәксе был вазифала ла ең һыҙғанып эшкә тотона. Ауыл хужалығы һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын алға итеү өсөн төрлө дәүләт ярҙамдарын алырға ярҙам итеү, грант алыусылар менән эшләү һәм хужалыҡтарҙың төрлө бухгалтер отчеттарын эшләү  — уның һөнәри бурысы. Бында ла фиҙаҡәр хеҙмәте  лайыҡлы баһалана. Башҡортостан Республикаһында  ауыл хужалығы консультацияһы  системаһын үҫтереүгә индергән  өлөшө өсөн ул  Ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенең Почет грамотаһы менән бүләкләнә. 
— Фән бер урында тормай. Йыл һайын инновацион эшләнмәләр һаны арта. Хәҙер илебеҙҙә төрлө өлкәләрҙә, шул иҫәптән ауыл хужалығында ла  заманса ҡаҙаныштарға арналған форумдар, күргәҙмәләр үткәрелә. Бындай саралар беҙҙең республикала ла ойошторола. Уларҙа ҡатнашып, заманса технологияларҙы өйрәнеп, урында ауыл хужалығын үҫтереү өсөн тырышабыҙ. Алда  торған мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеү өсөн дүрт “кәрәк” мөһим:  белергә кәрәк, өйрәнергә кәрәк, теләк  кәрәк, эш итергә кәрәк, — ти нәҡ  ошо принцип буйынса эшләүсе талапсан директор, хәстәрлекле атай һәм   ғаилә башлығы Булат Сәлихов. 

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас