Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
18 Ғинуар 2024, 10:05

Ҡотлайбыҙ, Раян!

“Йәншишмә” гәзите ойошторған “Минең өс айым” конкурсы еңеүсеһе, Асҡын  2-се мәктәбенең 6-сы А класы  уҡыусыһы Раян Сәйетов лайыҡлы бүләктәрен алып ҡыуанды.

Ҡотлайбыҙ, Раян!Ҡотлайбыҙ, Раян!
Ҡотлайбыҙ, Раян!

“Йәншишмә” балалар һәм үҫмерҙәр республика гәзите һәр йәй һайын  “Минең өс айым” тип исемләнгән конкурс ойоштора. Бәйге шарттары буйынса  малайҙар һәм ҡыҙҙар өс ай буйына ниҙәр эшләүе, ялды нисек үткәреүе, ҡайҙарға сәйәхәт ҡылыуы  тураһында бай йөкмәткеле хат яҙып ебәрергә тейеш була. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, әленән-әле еңеү яулаған әүҙем, тырыш Раян был бәйгелә лә үҙ көсөн һынап ҡарай. Ул “Минең тыуған яҡтың урындағы үҙидара тарихы” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, 10-13 йәшлектәр араһында “Беҙҙең  биләмә старостаһы” номинацияһында 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булып, бүләкте алырға Мәскәүгә барыуы тураһында хат яҙып һала.

“Йәншишмә” редакцияһы хеҙмәткәрҙәре  быйылғы мәҡәләләрҙе икенсе төрлөрәк баһалай: “Бәйләнештә” төркөмөндә ҡуйылған яҙмаларҙың ҡайһыһын күберәк уҡығандар, күпме лайыҡ йыйылған  – шуны ла иҫәпкә алалар. Шулай итеп, Асҡын 2-се мәктәбе уҡыусыһы Раян Сәйетов  “Мәскәүҙән – еңеү менән!” тигән мәҡәләһе өсөн 3-сө урынға лайыҡ була! 

Һәм бына бөгөн ул әсәһе Гөлнара Мөбәрәкйән ҡыҙы менән  Асҡын мәғлүмәт үҙәгенә килеп, “Йәншишмә” гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов ебәргән Почет грамотаһын һәм иҫтәлекле бүләкте алып ҡыуанды.  Уны маҡсатсан, телһөйәр, илһөйәр, спортты үҙ иткән үҫмергә баш мөхәррир Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова тапшырҙы.

Илһөйәр Махатова.

Ҡотлайбыҙ, Раян!
Ҡотлайбыҙ, Раян!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас