Рәйес Миңлеғаян улын баянсы, йырсы, бар эшкә лә оҫта ир-егет булараҡ беләләр. Йыр-моң яратҡан егет хеҙмәт юлын Нефтекама ҡалаһында заводта слесарь-инструментальщик булып башлай. Аҙаҡ Ҡубияҙ һәм Яңы Бағаҙы ауыл клубтарында мәҙәни сараларҙы ойоштороусы булып эшләй. Дыуан ауыл хужалығы техникумында уҡып диплом алғас, хеҙмәт юлын совхозда дауам итә. Совхоздар тарҡалғас та балта эшенә оҫта Рәйес ағай аптырап ҡалмай, төҙөлөш эштәрендә йөрөй.
Үҙе һымаҡ талантлы, уңған Зилә Закирйән ҡыҙы менән 35 йыл бергә татыу ғүмер итеп, ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары инде күптән үҙ ғаиләләре менән йәшәп, балалар үҫтерә. Улдары Рәмис Өфө дәүләт нефть-техник университетында магистратурала тик яҡшы билдәләргә уҡый һәм үҙ белгеслеге буйынса эшләй ҙә. Рәмис тә атаһы һымаҡ йыр-моң ярата, гитарала уйнай, баянда ла өйрәнгән.
Зилә һәм Рәйес Ғәделисламовтар мал аҫрап, баҡса үҫтереп, етеш тормошта ғүмер итә.
Ауыл мәҙәниәт усағында йыйыштырыусы булып эшләүсе Зилә Закирйән ҡыҙы гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата. Һалҡын ҡыш көндәрендә лә тәҙрә төптәрендә гөлдәре шау сәскә атып, матурлыҡ өләшә. Йәйен дә өй алдында һәм баҡсаларында сағыу сәскәләр күңелде иркәләй.
Зилә һәм Рәйес Ғәделисламовтар ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй. Үҙҙәренең йыр-моңдары менән төрлө байрам сараларына йән өрә.
Был талантлы ғаилә тураһында “Аскинская новь” район гәзитенең — 3-сө, "Ышаныч" район гәзитенең 4-се һанында тулыраҡ уҡый алаһығыҙ.
Наилә Имаева.