Йәш барған һайын шуны аңлайһың, мөғжизә — изге эштәр, ҡыуаныслы ваҡиғалар ул.
Кеше нисә йәштә генә булмаһын, ул хыялдарының тормошҡа ашыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Ә бала саҡта был бигерәк тә тулҡынландырғыс һәм шатлыҡлы.
Яңы йыл — көтөлмәгән шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм мөғжизәләр мәле. Йәш барған һайын шуны аңлайһың, мөғжизә — изге эштәр, ҡыуаныслы ваҡиғалар ул. Кеше нисә йәштә генә булмаһын, ул хыялдарының тормошҡа ашыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Ә бала саҡта был бигерәк тә тулҡынландырғыс һәм шатлыҡлы.Түбән Сорокин ауылынан үҙенсәлекле бала — Рудольф Яваев телефон тураһында хыяллана һәм Ҡыш бабайға ошондай эстәлекле хат яҙа: “Һаумы, Ҡыш бабай! Минең исемем Рудольф. Миңә 15 йәш. Мин инде, бер ҡарағанда, һинән бүләк һорарға ҙур ҙа кеүекмен, һинең башҡа бик күп балаға бүләк алаһың барҙыр. Бер төн эсендә уны барыһына ла таратып биреүе лә бик ауырҙыр. Бүләк алған балалар үҙҙәрен сикһеҙ бәхетле тоялыр. Мин бына, Тылсымсы бабай, һинең миңә сенсорлы телефон бүләк итеүеңде һорар инем. Мин атай-әсәйем менән Мишкә районының Түбән Сорокин ауылында йәшәйем. Ҡыш бабай, һине һәм Ҡарһылыуҙы Яңы йыл менән ҡотлайым!”
Был хат Теләктәр шыршыһына килеп эләгә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Вадим Лешков һәм Ирсай ауыл биләмәһе башлығы Станислав Хажиев Ҡыш бабайҙар ролендә булып, Рудольфҡа күптән көткән телефонын бүләк итә. Үҫмерҙең шатланғанын белһәгеҙ ине!
Изге эштәр мәле дауам итә. Һәр баланың хыялы ҡайһы йыл миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан, тормошҡа ашһын ине. Ә балаларҙы ҡыуандырған мәрхәмәтле кешеләргә изгелектәре үҙҙәренә әйләнеп ҡайтһын.
Фирҙәүес Ҡадиҡова.
Мишкә районы.