Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Декабрь 2023, 09:43

Юлбарыҫ йылында тыуғандарҙы нимә кәтә?

1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010, 2022 тыуғандарҙы өсөн 2024 йылға йондоҙнамә.

Юлбарыҫ йылында тыуғандарҙы нимә кәтә?Юлбарыҫ йылында тыуғандарҙы нимә кәтә?
Юлбарыҫ йылында тыуғандарҙы нимә кәтә?

Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙы бик ҡыҙыу һәм ваҡиғаларға бай йыл көтә.   Карьера баҫҡыстары буйлап күтәрелеү, көтөлмәгән сәйәхәттәр, сағыу тәьҫораттар… Аждаһа менән Юлбарыҫ үҙҙәренең темпераменты менән оҡшаш.  Әммә улар икәүһе бергә ҡушылғанда хәүеф тә бар.  Шунлыҡтан йондоҙҙар уларға һаҡ булырға, күберәк башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалырға кәңәш итә.   

Профессиональ өлкәлә иһә үҫеш кенә түгел, ә бер нисә баҫҡысҡа юғары күтәрелеүегеҙ ҙә ихтимал.   Уҙған йылда башлаған эштәрегеҙҙе аҙағынаса алып барып еткерергә түҙемлегегеҙ етһә, быйыл, ниһайәт, көтөлгән һөҙөмтәгә өлгәшерһегеҙ.    

 Шәхси тормошҡа килгәндә, икенсе енес вәкилдәрен магнит кеүек үҙегеҙгә тартып торасаҡһығыҙ.   Яңғыҙҙар һөйөү утында яныр. Ә Аждаһа йылында барлыҡҡа килгән никах һеҙгә сағыу һәм хискә бай   тормош бүләк итер.  Ғаиләлеләр иһә үҙҙәренең икенсе яртыһының иғтибарында ҡойонасаҡ. 

Сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ: юҡ-барға   көйәләнеү йыш ауырыуға һәм ваҡ йәрәхәттәргә килтереүе бар. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Юлбарыҫ йылында тыуғандарҙы нимә кәтә?
Юлбарыҫ йылында тыуғандарҙы нимә кәтә?
Автор:
Читайте нас