Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
24 Декабрь 2023, 05:00

Туй йолаһын күрһәтеп

район данын республика фестиваль-конкурсында яҡланылар

Туй йолаһын күрһәтепТуй йолаһын күрһәтеп
Туй йолаһын күрһәтеп

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Борон туйҙар гөрләп үткән…” республика фестиваль-конкурсы уҙҙы. Уның маҡсаты – боронғо туй йолаларын тергеҙеү, мәҙәни традицияларҙы һаҡлау, йәштәрҙе республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ылыҡтырыу. Сарала үҙешмәкәр фольклор, этнографик һәм вокаль коллективтар ҡатнашты. Дөйөм алғанда, жюри ағзалары һәм тамашасылар иғтибарына 13 номер тәҡдим ителде.
Һәр төбәктең үҙенә хас йолалары бар, туйҙар ҙа төрлөсә үтә. Фестивалдә Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы, Мишкә, Стәрлетамаҡ, Шишмә райондарынан килгән ижади коллективтар башҡорт, рус, татар, сыуаш, украин, мордва һәм мари халҡының боронғо туй йолаларын күрһәтте. Бәйгеселәр ҡыҙ һоратыу, никах, һандыҡ һатыу, ҡалым биреү, килен төшөрөү һәм башҡаларҙы үҙ эсенә алған туй программаһын тәҡдим итте. Килен менән кейәүҙең йәрәшеүенә бәйле ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә бик күп ине.
Сара сиктәрендә ҡатнашыусылар милли туй кухняһынан аш-һыу йәрминкәһе лә ойошторҙо.
Беҙҙең райондан фестивалдә Ҡайраҡ мәҙәниәт йортоноң “Ший памаш” халыҡ мари фольклор ансамбле ҡатнашты. Коллектив 20-се быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән. Уға Я. Яншаев нигеҙ һала. 2000 йылда “халыҡ” исемен яулайҙар. Унда һәүәҫкәр музыканттар, төрлө һөнәр эйәләре шөғөлләнә. “Ший памаш” — “Етегән йондоҙ-2021” 2-се халыҡ ижады асыҡ фестиваль-конкурсының 1-се дәрәжә дипломанты, 2021 йылда үткән Бөтә донъя фольклориадаһында әүҙем ҡатнаштылар. Был юлы район данын яҡлау улар иңенә төштө һәм һәләтле коллектив ағзалары һынатманы. Конкурсҡа 17 кеше барҙы. “Килен оҙатыу” мари туй йолаһы тамашасыларға бик оҡшаны. Килен ролен — Анастасия Фәйрүзова, кейәү егете ролен Андрей Сагадеев бик оҫта башҡарҙы.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса лауреаттар һәм дипломанттар билдәләнде. Мишкә районының “Ший памаш” халыҡ фольклор коллективы 1-се дәрәжә лауреат булды. Жюри туй өҫтәлдәрен дә баһаланы. Беҙҙең район “Иң яҡшы туй аш-һыуы” номинацияһында бүләкләнде.
— Мин үҙебеҙҙең артистарҙы һоҡланып ҡарап ултырҙым. Башҡа бер коллектив та беҙҙекеләр кеүек йәнле һәм күңелле итеп сығыш яһаманы, тип ҡурыҡмайынса әйтә алам. Беҙҙең туй, ысынлап та, гөрләп үтте. Афариндар, “Ший памаш” коллективы, һынатманылар, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты халыҡ ижады һәм фольклор буйынса әйҙәүсе методист Рәүиә Саматова.


Венера Әғләмова.

Туй йолаһын күрһәтеп
Туй йолаһын күрһәтеп
Автор:
Читайте нас