

Таһировтарҙы оло ғүмер байрамдары — Әнғимә Дәүләтхан ҡыҙын — 75, Мәхиән Мәрүәртдин улын 80 йәшлек юбилейы уңайынан район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева ихлас тәбрикләне. Эльза Ҡәҙим ҡыҙы юбилярҙарға район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улының ҡотлау открыткаһын һәм бүләк тапшырҙы. Ҡотлауҙарға Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов та ҡушылды.
Әнғимә апай һәм Мәхиән ағай лайыҡлы тормош һәм хеҙмәт юлы үткән, биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Әлеге көндә улдары Фидан махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ауылда төпләнгән улдары һәм ҡыҙҙары ата-әсәһенә донъя көтөүҙә булыша.
Эльза Ҡәҙим ҡыҙы һәм Ринат Хәмзә улы хөрмәтле юбилярҙарға лайыҡлы ул үҫтергәндәре өсөн рәхмәт әйтеп, иң мөһиме улдарының махсус хәрби операциянан иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын, тыныс тормошта балаларының уңыштарына һөйөнөп, изгелектәрен генә күреп йәшәүҙәрен теләне.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.