Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
23 Декабрь 2023, 04:00

Бай тарихлы, моңло, яғымлы

башҡорт теленә мәдхиә йырланды

Бай тарихлы, моңло, яғымлыБай тарихлы, моңло, яғымлы
Бай тарихлы, моңло, яғымлы

Башҡорт теле көнө уңайынан республиканың һәм башҡорттар күпләп йәшәгән күрше өлкәләрҙең мәҙәниәт усаҡтарында башҡорт халҡының телен, әҙәбиәтен, мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән интернет-флешмобтар, викториналар, лекциялар, асыҡ дәрестәр үткәрелде, йылға йомғаҡ яһалды.
Бөрө районының Үгеҙ ауылы мәҙәниәт усағында ла был көндө башҡорт рухы тантана итте. Илем, телем тип йән атыусылар “Бына ни өсөн ҡәҙерле минең телем” исемле күркәм сараға йыйылды. Уны Үгеҙ ауылы клубының етәксеһе Әлмира Ғарипова ойошторҙо. “Башҡорт теле – бай тарихлы, йырлы, моңло тел. Уға ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм уның матурлығын, байлығын күрһәтеү өсөн бөгөнгө кисәбеҙгә йыйылдыҡ та инде”, – тип ҡунаҡтарҙы сәләмләне ул һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын һөйләне.
Артабан кисә башҡорт теленә арналған йыр һәм нәфис һүҙҙәр менән дауам итте. Бөрө районы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Фидания Сөләймәнова башҡарыуындағы “Башҡорт телендә һөйләшәм” һәм “Халҡыма” популяр йырҙарын сарала ҡатнашыусылар яратып ҡабул итте.
Кисәгә, алыҫ араларҙы яҡын итеп, Благовар районынан Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Гөлфирә Әхмәтшина ла килгәйне. Күстәнәскә ул әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәримдең “Ҡоштар осорам” шиғырын, ҡыҫҡа ғына ижад ғүмерендә иҫ киткес шиғырҙар яҙып өлгөргән Р. Назаровтың поэзия өлгөләрен алып килгән. Әлмира Ғарипова менән бергә Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал” пьесаһынан өҙөктө тасуири уҡып, Республика халыҡ ижады үҙәге тәҡдим иткән акцияны ла дауам иттеләр.
Үгеҙ ауылы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Райхан” татар һәм “Хәтирә” башҡорт ансамблдәре башҡарыуындағы моңло йырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ансамбль солистары Сафия Лотфуллина, Фелия Дәүләтгәрәева, Гөлзифа Сабитова яратҡан шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе.
Сараға Бөрө район Советы рәйесе, Бөрө кооператив техникумы директоры Резеда Ахунова, Бөрө район Мәҙәниәт йорто методисы Анжелика Белюшина, Бөрө районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынова, ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы колледжының физкультура уҡытыусыһы, йәш шағир Артур Ғәлимуллин саҡырылғайны. Гөлнур Нуриман ҡыҙы тәбрикләү һүҙенән һуң Р. Ғариповтың һәм Р. Назаровтың шиғырҙарын һөйләп, ә Артур Ғайфулла улы үҙе ижад иткән “Изге эштәр” йырын башҡарып, кисәнең мәртәбәһен арттырҙы.
Гөлнара Суфиярованың гармунда уйнап йырлауы, ауылдың мәғариф ветераны Филиә Дәүләтгәрәеваның сығышы ла кисәнең йөкмәткеһен байытты.
Сараның кульминацион нөктәһе сауҙагәр Чирковтың интерактив музейына нигеҙ һалыусы Эльвира Фәхрисламованың башҡорт милли кейемен презентациялауы булды. Ул рус милләтле сауҙагәр ғаиләһендә башҡорт теленә һәм халҡына ҡарата булған ихтирам тураһында һүҙ алып барҙы. Ғаиләлә немец, француз телдәрен белеүҙән тыш, башҡорт телен өйрәнеүгә әһәмиәт бирелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һәм ирҙәренең милли кейеме үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.
Ауыл хакимиәте башлығы Вероника Саҙретдинова республикала башҡорт теленең әһәмиәте, туған телдәрҙе белеү кәрәклеге тураһында һөйләне. Бөрө район Советы рәйесе Резеда Гират ҡыҙы йәш балаларҙы туған телдә һөйләшергә өйрәтеүҙә, милли рухта тәрбиәләүҙә ғаиләнең ролен билдәләне.
Атай-олатайҙарыбыҙҙан ҡалған ҡәҙерле аманатты һаҡлауға һәм уны хөрмәт итеүгә арналған байрамды ойоштороусы Әлмира Самат ҡыҙына яңы ижади үрҙәр, уңыштар теләп хушлашты ҡунаҡтар.

Ғәлиә Ғәниева.

Бай тарихлы, моңло, яғымлы
Бай тарихлы, моңло, яғымлы
Бай тарихлы, моңло, яғымлы
Бай тарихлы, моңло, яғымлы
Автор:
Читайте нас