

Мишкә 2-се полилингваль күп профилле мәктәбе уҡытыусыһы Венера Илдар ҡыҙы бик күп талантлы һәм билдәле шәхестәр сыҡҡан Оло Шаҙы ауылында тыуған. Әсәһе — интернат мөдире, атаһы колхозда прораб булып хеҙмәт һалған. Башҡарған эштәренең тығыҙ һәм хужалыҡ мәшәҡәттәренең күп булыуына ҡарамаҫтан, Зөлфирә һәм Илдар Ғариповтар балаларына лайыҡлы тәрбиә һәм яҡшы белем биргән, ә иң мөһиме — тыуған ергә, туған телгә, туғандарына һәм яҡындарына һөйөү тәрбиәләй алған.
Шуға ла үҫмер сағынан ук Венера үҙенең башҡорт теле уҡытыусыһы булырын белеп үҫә. Өлкән кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен ныҡлап өйрәнә башлай, йыл да район, республика олимпиадаларында ҡатнашып, призлы урындар яулай. 2003 йылда мәктәпте тамамлап, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ға уҡырға инә. 2008 йылда йәш белгес тыуған районына эшкә ҡайта. Шул ваҡыттан башлап Венера Илдар ҡыҙы Мишкә ауылының 2-се мәктәбендә балаларға туған телдән төплө белем бирә. Ситтән тороп икенсе юғары белем дә ала — мәктәпкәсә белем биреү факультетын тамамлай. Төп вазифаһынан тыш Венера Мортазина директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе лә булып эшләй.
— Эшемде яратып башҡарам. Балалар менән аралашыу, уларҙың мин уҡытҡан фәнгә булған ҡыҙыҡһыныуы педагогик мәсьәләләрҙе хәл иткәндә яңы алымдарға, асыштарға этәрә, көс-дәрт бирә. Хәҙерге заман балалары күпте белә, уларҙы нимә менәндер аптыратыуы бик ауыр. Шуға күрә дәрестәрҙе уйын формаһында үткәрергә, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныуҙы белем биреүҙең яңы алымдары аша тәрбиәләргә тырышам. Мин 1-се кластан алып 10-сы кластарға тиклем уҡытам. Бер дәрестә бәләкәй уҡыусыларҙы нисек ҡыҙыҡтырырға тип уйлаһам, икенсеһендә өлкән кластарҙың иғтибарын йәлеп итеү юлдарын эҙләйем.
Уҡытыусы эшенең асылы шунда — һәр уҡыусыға айырым иғтибар һәм ҡараш талап ителә, — ти үҙ эшенә бар күңел йылыһын һәм тырышлығын һалыусы уҡытыусы.
— Беҙ төрлө акцияларҙа, конкурс һәм олимпиадаларҙа ҡатнашабыҙ, флешмобтар ойошторабыҙ, стена гәзиттәре сығарабыҙ. Шуны ла әйтергә кәрәк, олимпиада биремдәре йылдан-йыл ауырлашһа ла, уҡыусыларыбыҙ лайыҡлы урындар яулай. Коллективыбыҙ бик татыу, әүҙем. Уҡытыусылар — ижади кешеләр бит, һәр яңы идеяны күтәреп алалар. Күптән түгел башҡорт телендә рэп уҡыныҡ — бында миңә шәхси тәжрибәм ярҙам итте: “Педагог һәм остаз” республика конкурсына әҙерләнгәндә мин визитка әҙерләнем һәм унда коллектив менән рэп әйттек. Коллективыбыҙҙа милләт-ара мөнәсәбәттәр яҡшы, мәҫәлән, мари милләтенән булған уҡытыусылар Рауил Бикбаев шиғырынан икешәр юл уҡыны. Бик матур видео килеп сыҡты. Быйылдан мәктәп полилингваль булғас, төрлө телдәрҙә балаларҙы сығыш яһарға өйрәтәбеҙ. Әле бына Башҡорт теле көнөндә Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк” шиғырын биш — татар, мари, башҡорт, инглиз һәм рус телдәрендә һөйләнеләр, — тип дауам итә ул.
Венера Илдар ҡыҙы алты йылдан артыҡ башҡорт теле уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе лә, хеҙмәттәштәре менән теоретик һәм практик дәрестәр үткәрә, тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Быйыл тәжрибәле уҡытыусыға Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй һөнәри педагогик конкурста “Берҙәмлектә — көс” авторлыҡ эше менән “Беҙ дуҫлыҡ менән көслө һәм Рәсәйебеҙ өсөн ғорур” номинацияһында ҡатнашҡаны өсөн “Педагогик проекттарҙың фәнни-белем биреү үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының Рәхмәт хаты тапшырылды. Шулай уҡ ул ошо конкурста 1-се урын алғаны өсөн — диплом, Милли кейем көнөнә арналған республика конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн — сертификат һәм “Педагог һәм остаз” республика конкурсының төбәк этабында “Еңеүгә ынтылыш” номинацияһында еңгәне өсөн диплом менән бүләкләнде. Уҡытыусының уҡыусылары ла төрлө конкурстарҙа еңеп, Рәхмәт хаттары һәм сертификаттар алды. Шулар иҫәбендә Венера Мортазинаның үҙенең ҡыҙы Радмила ла бар — һәләтле уҡыусы “Мостай уҡыуҙары” (Өфө ҡалаһы) әҙәби-ижади конкурсының призеры булды. Әйткәндәй, Венера һәм Динар Мортазиндар өс бала тәрбиәләй. Башҡарған эшенә бар йөрәк йылыһын һалыусы һәләтле уҡытыусы ғаиләһендә лә балаларына күркәм тәрбиә биреп, телгә, илебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләй.
Фирҙәүес Ҡадиҡова.
Мишкә районы.