Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
21 Декабрь 2023, 11:45

Ҡашҡа ауылында рухлы, йәнле сара үтте

Бөгөн Ҡашҡа урта мәктәбендә “Туған телебездә сүләшәбез һәм аралашабыз” проекты буйынса башҡорт телен өйрәнеү буйынса үҙәк асылды.

Ҡашҡа ауылында рухлы, йәнле сара үттеҠашҡа ауылында рухлы, йәнле сара үтте
Ҡашҡа ауылында рухлы, йәнле сара үтте

Ул мәктәп коллективының республика Башлығының Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар һәм дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар конкурсында еңеүе ярҙамында тормошҡа ашырылды. “Баяртау” хәйриә фонды  тарафынан бирелгән һәм еңеү яулаған был проект 1 сентябрҙән 31 майға тиклем ғәмәлгә ашырыласаҡ.

Башҡорт телен ныҡлап  өйрәнеүгә һәм уны популярлаштырыуға йүнәлтелгән үҙәкте асыуҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, “Баяртау” хәйриә фонды директоры, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы етәксеһе  Риваль Сәлимов, район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Селянина, республика Башлығы гранттары фонды белгестәре Айгөл Абдеева һәм Лилиана Рафиҡова, район мәғариф бүлегенең телдәр буйынса методисы Мөнзилә Солтанова етәкселегендә башҡорт теле уҡытыусылары, ветеран уҡытыусылар ҡатнашты.

Проектты әҙерләүҙә һәм еңеү яулауҙа, үҙәкте асыуҙа Ҡашҡа мәктәбе коллективы ҙур эш башҡарған. Бигерәк тә бында проект етәксеһе Лүзиә Әхәт ҡыҙы Ғәлиәкбәрованың хеҙмәт өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул сарала ҡунаҡтарҙы грант аҡсаһына алынған музыка ҡоралдары һәм кабинеттағы заманса йыһаздар менән таныштырҙы.

Туған телде өйрәнеү үҙәге уҡыусылар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә ҙур шатлыҡ. Белем усағында матди-техник  базаһы иҫ киткес бай булған бындай кабинет булыуы уларға туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, ата-бабаларыбыҙ тарихын өйрәнеүгә ҙур мөмкинлектәр аса.

Илһөйәр Махатова.

Автор фотолары.

Ҡашҡа ауылында рухлы, йәнле сара үтте
Ҡашҡа ауылында рухлы, йәнле сара үтте
Ҡашҡа ауылында рухлы, йәнле сара үтте
Ҡашҡа ауылында рухлы, йәнле сара үтте
Ҡашҡа ауылында рухлы, йәнле сара үтте
Ҡашҡа ауылында рухлы, йәнле сара үтте
Ҡашҡа ауылында рухлы, йәнле сара үтте
Ҡашҡа ауылында рухлы, йәнле сара үтте
Ҡашҡа ауылында рухлы, йәнле сара үтте
Ҡашҡа ауылында рухлы, йәнле сара үтте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас