Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
14 Декабрь 2023, 10:30

Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләп

Башҡорт теле көнө уңайынан районыбыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә лә бай йөкмәткеле саралар уҙҙы.

Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләпБашҡорт теленә һөйөү тәрбиәләп
Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләп

Бөгөн, 14 декабрҙә, республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был байрамдың маҡсаты — туған телебеҙҙе һаҡлау, уға һөйөү тәрбиәләү һәм үҫтереү. Районыбыҙҙа телдәрҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Башҡорт теле көнө уңайынан барлыҡ мәктәптәрҙә лә бай йөкмәткеле саралар уҙҙы.

Асҡын 1-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары 7-се кластарҙа берҙәм дәрестәр үткәрҙе. Ләйсән Әхмәтғариф ҡыҙы Ғәйнелйәнова — “Башҡорт теле — моңло тел”, Лилиә Сәлимйән ҡыҙы Ғәлиева “Аҡмулла — яҡтылыҡ йырсыһы” тигән темаларға бик фәһемле дәрестәр үткәрҙе. Эльвира Ғәли ҡыҙы Лотфуллина Өфөнән милли биҙәүестәр яһау оҫтаһы Зөлфиә Яҡубованың ҡаҙама эшләү буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәтте.

Уҡытыусылар уҡыусыларға туған телебеҙҙең матурлығы, күркәмлеге тураһында һөйләп, һәр кемгә телен, мәҙәниәтен, тарихын белергә кәрәклеген билдәләне, балаларҙың тел буйынса белемдәрен арттырҙы.

Илһөйәр Махатова.

Ләйсән Ғәйнелйәнова фотолары.

Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләп
Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләп
Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләп
Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләп
Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләп
Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләп
Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләп
Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләп
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас