Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2023, 11:09

Йондоҙнамә

( 11–17 декабрь)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Ваҡытты әрәм итмәйенсә, эшкә тотоноғоҙ. Бөтәһе лә һәйбәт барыр. Шаршамбыла ниндәйҙер элек башлаған ҙур эште матур итеп тамамларһығыҙ. Был арала киләсәгегеҙгә ҡағылған яҡшы хәбр ишетерһегеҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Көндәр ҡатмарлы килер. Алдан уйлағанығыҙҙы тулыһынса башҡара алмаҫһығыҙ, һымаҡ. Йыш ҡына үҙегеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың эше өсөн дә яуап бирерһегеҙ. Янығыҙҙа ышанысһыҡ кешеләр булғанын асыҡларһығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Әллә ни ҙурға өмөтләнмәгеҙ, шулай ҙа кире ваҡиғалар ҙа көтөлмәй. Шаршамбылағы һөйләшеү файҙаһыҙ булыр, ләкин бер аҙҙан ул мәсьәләне хәл итерһегеҙ. Йома мәшәҡәтлерәк килер, бәғзеләр кәңәшкә мохтаж булыр.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Һеҙҙе ҡәҙимге аҙна көтә. Яҡшы белгән эш менән булышырһығыҙ. Шишәмбелә мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ самаламауығыҙ мөмкин, иңегеҙгә артығын алыуығыҙ ихтимал. Кемдер был арала күптән өмөт иткән хәбәрҙе ишетер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Ҡайһы бер хәл-ваҡиғалар һеҙҙән түҙемлек талап итер. Яҡшы белгән эштәрегеҙҙең дә оҙаҡҡа һуҙылыуы бар. Шулай ҙа юлығыҙҙан тайпылмаҫһығыҙ, кәрәклеһен тулыһынса башҡарырға көсөгөҙ етер. Шәмбелә яҡшы хәбәр булыр.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Аҙна араһында ике мәртәбә килем алырһығыҙ. Аҡсағыҙҙы уйлап ҡына тотоноғоҙ, уны кәрәкмәгәнгә әрәм итеүегеҙ ихтимал. Бөтә көн дә һәйбәт көтөлә, шаршамбыла ғына бер аҙ йүгерергә тура килер.

Ҡыҫала ( 22.06– 23.07)

Был арала артыҡ арамаҫҡа тырышығыҙ. Эшегеҙ күп булһак ла, ял өсөн һирәк-тирәк вҡыт табығыҙ. Кесе йомала аралашыуҙа һиҙгер булығыҙ. Кемдер кәйефегеҙҙе боҙорға маташыр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Ҡыйынлыҡтар осрап торор, ләкин күңелегеҙ һәр саҡ көр булыр. Шаршамбы-кесе йомала килеп тыуған мсьәләләрҙе еңел генә сисә алырһығыҙ. Кемдер ошо көндәрҙә яуаплы ҡарар ҡабул итер.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Көндәр яҡшы килер. Шишәмбе һәм йомала эштәрегеҙ бигерәк һәйбәт барыр. Бының өсөн тәжрибәгеҙ етер кеүек. Кесе йомала ыңғай хәбәрҙәр килер. Улар бер аҙ һеҙгә лә ҡағылыр.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр, фекерегеҙҙе әйтергә һис тә тартынмағыҙ. Эшегеҙ ҡәҙимгенән күбәйер, был һеҙҙе һис тә ҡурҡытмаҫ. Кәрәк саҡта ярҙамсыларҙы еңел табырһығыҙ.

Саян (  24.10 – 22.11)

Эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыр өсөн уңайлы мәлдәр осрар. Элек әллә ни аралашмағандар ҙа. Һеҙгә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртер. Кесе йомала ниндәйҙер ҡатмарлы эш менән булышырһығыҙ. Уны ыңғай хәл итеү еңел бирелмәҫ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Аҙна башы ауырыраҡ булыр, буғай. Төп эштә төрлө ҡыйынлытар килеп сығыуы бар. Яңлыш ебәргән хатағыҙ байтаҡ ваҡыт алыр кеүе. Кесе йомала етди һөйләшеү көтөгөҙ. Был арала кемдер күптәге бурысын ҡайтарыр.

ӨМӨТБАЙ.

Йәшлек

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә
Автор:
Читайте нас