Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2023, 09:42

Асҡындың аҫыл ҡыҙы

Рухлы, булдыҡлы, уңған шәхес Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова тураһында сайтыбыҙға инеп уҡығыҙ һәм күрһәтелгән һылтанма буйынса уның өсөн тауыш бирегеҙ.

Асҡындың аҫыл ҡыҙы
Асҡындың аҫыл ҡыҙы

Тауыш бирергә

Асҡын  районы  башҡорттары ҡоролтайы  өсөн ағымдағы  йыл бик һөҙөмтәле һәм уңышлы  уҙып  бара.  Үҙ һөнәренең оҫтаһы, юғары ойоштороу һәләтенә эйә булған  тынғыһыҙ  Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова етәкселегендә   ойошма район   кимәлендә уҙғарылған һәр сараның уртаһында ҡайнай.

Йыл башында уҡ Асҡын  районы башҡорттары ҡоролтайы Асҡын мәғлүмәт үҙәге һәм “Bright”  тел студияһы менән берлектә  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы  башҡарма комитеты тарафынан иғлан ителгән  Фән һәм мәғрифәт йылын  тантаналы асып, “Фән һәм туған тел: бөгөнгөһө һәм киләсәге“ тигән   төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция ойошторғайны. 

Һәләтле уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы асыҡлау, үҫтереү һәм  дәртләндереү,  уларҙы  фәнни-тикшеренеү эшенә ылыҡтырыу маҡсатында   үткәрелгән был сараға  район мәктәптәре уҡыусыларынан, Пермь крайы  һәм Мәскәү ҡалаһынан 50-гә яҡын проект  ҡабул ителде,  иң яҡшы 34-е сараның икенсе этабына саҡырылды.  Шулай уҡ  райондың 10 педагогы  үҙенең методик  эштәрен дә ебәргәйне.   Ҡатнашыусыларҙың тикшеренеү эштәре тыуған яҡты, уның күренекле шәхестәрен, иҫтәлекле тарихи урындарын  өйрәнеүгә, ғаилә тарихы һәм  традицияларына   арналған.   

Район башҡорттары ҡоролтайы ойошторған  төньяҡ-көнбайыш  башҡорттарының милли  кейемдәренә һәм  биҙәүестәренә  арналған район-ара семинар ҙа файҙалы һәм фәһемле булды.  Унда Балыҡсы, Ҡыр-Танып, Һыу-Танып ырыуҙары ҡатын-ҡыҙҙарының милли   кейемдәре презентацияланды.  Сараның  спикеры “Тамға” студияһы етәксеһе, танылған дизайнер, төньяҡ көнбайыш башҡорттары кейемен яңыртыу һәм өйрәнеү буйынса этнограф Зөлфиә Рәшит ҡыҙы Краснова булды.

Ҡашҡа ауылында  “Балыҡсы ырыуы үҙәге” стелаһын  төҙөү һәм уны тантаналы асыуҙа ла район башҡорттары ҡоролтайы ҙур өлөш индерҙе.

Районда юғары кимәлдә  уҙған “Башҡорт йолалары вариҫтары”  республика фестиваленә әҙерләнеүҙә һәм уны үткәреүҙә лә район башҡорттары ҡоролтайы  әүҙем ҡатнашты.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында  ойошторолған   “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант -2023” акцияһы быйыл да район башҡорттары ҡоролтайы тарафынан үткәрелеп, илһөйәрлек, телһөйәрлек байрамына әйләнде.  Был сараның  Милли кейем көнөнә тап килеүе   акцияға милли рух, берҙәмлек  өҫтәне. 

Уҡыуҙа, спортта,  ижадта юғары уңыштарға ирешкән уҡыусылар өсөн район слетын ойоштороп үткәреүҙә лә район башҡорттары ҡоролтайы ҙур өлөш индерҙе. “Йәш шағирҙар” номинацияһында еңеүсе  ҡәләм тибрәтеүсе  уҡыусыларҙы ҡоролтай рәйесе Фәйрүзә Юнысова менән   ҡоролтай ағзаһы Ирек  Ҡәҙимов Өфөгә экскурсияға алып барып,  баш ҡаланың иҫтәлекле, тарихи, матур урындары менән таныштырып йөрөтөп алып ҡайтты.

Июль айында Балтас районында уҙған  “Табынфест-2023”  йәштәр  төбәк-ара фестивалендә лә  район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары әүҙем ҡатнашты. Ҡыр-Танып, Һыу-Танып, Унлар, Балыҡсы ырыуҙары вәкилдәренән төҙөлгән делегация табындар менән бер рәттән парадта ҡатнашты, шулай уҡ тирмә ҡоршап, халҡыбыҙҙың милли аш-һыуҙары менән таныштырҙы.  “Табын батыры” һәм “Табын  һылыуҡайы”  конкурстарында ла асҡындар  лайыҡлы сығыш яһаны.

Бөрйән районында уҙған “Урал батыр”  төбәк-ара йәш сәсәндәр конкурсында ла район башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә эшләп килгән Кесе ҡоролтай ағзалары әүҙем ҡатнашты. Солтанбәк мәктәбе уҡыусыһы  Динислам Суфиянов  “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп, диплом һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусылары иһә Әлмира  Әхмәтова етәкселегендә  эпостан өҙөктө  сәхнәләштереп,  республика мәғариф министры дипломдарына лайыҡ булды.

Асҡындарҙың  республика кимәлендә “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә  лайыҡлы ҡатнашыуҙарында ла  урындағы  ҡоролтай етәксеһе  Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысованың  һәм ҡоролтай ағзаларының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бәйге сиктәрендә ауылдарҙа үткән һәр сарала улар  ҡатнашып,   артабан уны социаль селтәрҙәрҙә һәм район гәзиттәрендә яҡтыртыуҙа  ла, муниципаль этапта еңгән ауылды республика этабына әҙерләүҙә  ҙур өлөш индерә.

Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы кеүек рухлы, булдыҡлы, уңған  шәхестәр - тыуған еренең йәме лә, йәне лә ул. Ул Асҡын районында тыуып үҫкән һәм бар ғүмерен  атайсалына – тыуған еренә һәм унда йәшәгән кешеләргә арнаған. Тормош иптәше Марат Юнысов менән улар ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергән, оло тормош юлына сығарған. Абруйлы етәксе, лайыҡлы әсә, әүҙем йәмәғәтсе – Асҡындың аҫыл ҡыҙы тураһында тап шулай тиҙәр.

 

 

Г. Рәсүлева әҙерләне.

Фото геройҙың шәхси архивынан.

Башҡортостан

Асҡындың аҫыл ҡыҙы
Асҡындың аҫыл ҡыҙы
Асҡындың аҫыл ҡыҙы
Асҡындың аҫыл ҡыҙы
Асҡындың аҫыл ҡыҙы
Асҡындың аҫыл ҡыҙы
Автор: Зимфира Нартдинова
Читайте нас