

— Малсылыҡта “барғым килһә — барам, килмәһә — бармайым” принцибы менән эшләп булмай. Унда иртәнән кискә ҡәҙәр, көндәлек даими хеҙмәт булғанда ғына уңышҡа ирешеп була, — ти хужалыҡ башлығы Илиә Рәзиф ҡыҙы.
Малдарҙы уңышлы ҡышлатыу ышаныслы мал аҙығы базаһына, атап әйткәндә, рационда туҡлыҡлы матдәләр булыуына бәйле. Шуға ла малдарҙы ҡышлатыуға бирелә етди әҙерләнгәндәр. Шул уҡ ваҡытта белгестәр тарафынан өҫтәмәләр, витаминдар, минераль комплекстар һайлап алыу дөрөҫ ойошторолған. Быларҙың барыһы ла һөт күләмен арттырыуға ярҙам итә. Әлеге хужалыҡта 1700 рулон бесән, 800 рулон һалам әҙерләнгән. Һөт йүнәлеше өсөн аҫралған малдарға, әлбиттә, продукцияны арттырыу өсөн фураж янына өҫтәп төпрә лә бирәләр. “Әғләмова” крәҫтиән-фермер хужалығы ҡышҡы осорға нигеҙле әҙерләнгән. Иң мөһиме, бесән етерлек, ферма территорияһындағы мал аҙығын күреп, беҙ быға үҙебеҙ инандыҡ.
Бөгөн фермер баҫыуҙа ғына эшләмәй, уның бурыстарына бихисап ҡағыҙ мәшәҡәттәре лә инә. Ваҡытында отчет бирмәһәләр, улар, мәҫәлән, субсидия ала алмай. Кредит алыр өсөн дә үҙеңдең аҡса түләргә һәләтле булыуыңды раҫлап, бер ҡосаҡ документ тапшырып, банк тупһаһын тапарға кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, бында ла барыһы ла еңел түгел.
Нәҡ ошо ваҡытта район фермерҙары ауыл хужалығы идаралығы белгестәренә мөрәжәғәт итә һәм улар ярҙамы менән ошо эштәрҙе башҡара. Илиә Әғләмова мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәренә йыш мөрәжәғәт итә һәм уларға һәр ваҡыт ярҙам итеүҙәренә рәхмәтле.
Гөлназ Хужина.