

Украиналағы махсус хәрби операцияла тәүҙә хәрбиҙәр генә ҡатнашты, аҙаҡ өлөшләтә мобилизация башланды. Тыуған ил һағына ир-егеттәр үҙ ирке менән дә баҫты. Улар һуғышҡа нилектән үҙ ирке менән бара, был хәлдәргә ҡараштары нисек — былар һәм башҡалар тураһында беҙҙең райондан булған контракт хеҙмәте яугиры менән әңгәмәләштек.
"Бабай"ға 55 йәш, ябай ауыл кешеһе. Үҙ хужалығы бар, аҡса эшләргә райондан ситтә йөрөгән. Балалары үҫкән инде, һәр береһенең үҙ тормошо. Оло улдары армияға барыу менән хәрби булырға ҡарар итә һәм контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡала. Шунан башлап уның тормошо армия менән бәйле. Кесе улдары ла Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән. Бер йыл үткәс, ағаһы менән һөйләшеп, ул да контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға уйлай. Ваҡыт әкрен генә үтә тора, егеттәр ғаилә ҡора, үҙҙәре хәрби хеҙмәттәрен дауам итә.
Махсус хәрби операция башланғас, егеттәр бер-бер артлы үҙҙәренең часы составында МХО территорияһына инә. "Краснодар" позывнойлы яугир — Луганск, ә "Малыш" позывнойлыһы Харьков эргәһенә эләгә. Ата-әсәнең уй-кисерештәрен, йөрәк әрнеүҙәрен күҙ алдына килтереүе ауыр, ләкин улар улдарын аңлап, үҙҙәрен тыныс тоторға, уларға ҡайғырыуҙарын күрһәтмәҫкә тырыша.
Һуғыш һәр ваҡыт ҡанҡойош һәм юғалтыуҙар менән бәйле. Дошман ҡоралы "Краснодар" менән "Малыш"ты ла урап уҙмай. Икеһе лә яралана. "Малыш" — БТР механик-водителе, экипаждан бер үҙе ниндәйҙер мөғжизә менән генә иҫән ҡала. БТР-ҙа төҙәүсе булып хеҙмәт иткән "Краснодар" ҙа ауыр йәрәхәт ала.
— Минең йөрәгем улдарым янына ашҡынды. Улар менән йәнәшә хеҙмәт итмәҫемде белһәм дә, уларҙың ҡайҙалыр шунда булыуын белеү, нисектер ярҙам итергә тырышыу мөһим ине минең өсөн. Үҙ ирке менән китеүселәр рәтен тулыландырыу һәм улдарым кеүек Тыуған ил һағына баҫыу тормош мәғәнәмә әйләнде, — тип һөйләй "Бабай".
Һәм ул хәрби комиссариат ишек төбөн тапай башлай. Уға рөхсәт бирмәйҙәр — йәше лә бар, һаулығында ла проблемалар һиҙелә. Ләкин ул әленән-әле улдары янына ебәреүҙәрен һорай. Ниһайәт, ағымдағы йылдың мартында ул ризалыҡ ала һәм Һамарға юл тота. Гвардия бригадаһына эләгә, һуңыраҡ присяга ҡабул итә. Сватов районында хеҙмәт итә.
— Кеше бөтә нәмәгә лә күнегә, — тип дауам итә "Бабай". — Әлбиттә, ҡурҡыныс, әлбиттә, бөтә ерҙә лә хәүеф-хәтәр, был бит һуғыш. Яуҙаштарҙы юғалтыу, яралыларҙың һыҙланыуҙарын күреү бигерәк ауыр.
Әйткәндәй, беҙҙең "Аргон" позывнойлы командирыбыҙ бик яҡшы кеше, мари милләтенән, бик хәстәрлекле булды. Беҙ уның менән икәү яугирҙарға мунса төҙөнөк. Егеттәрҙең барыһы ла ышаныслы, яуҙағы туғанлыҡ бик күп ҡатмарлы хәлдәрҙән ҡотҡара.
Ҡоралға килгәндә, беҙҙең бөтә нәмә лә бар, ашарға ла етерлек булды. Даими рәүештә гуманитар ярҙам алып киләләр. Уны бик һөйөнөп ҡаршы алабыҙ, тыуған яҡтарҙан ҡәҙерле бүләк кеүек. Дөйөм алғанда, ябай һалдат тормошо менән йәшәйбеҙ. Даими хәүеф-хәтәр менән бәйле һалдат тормошо, хәрби рух, хәрби туғанлыҡ, бер-береңә ярҙам булыуы һөйөндөрә. Был егеттәрҙе батырлыҡтарға әйҙәй ҙә инде. Өлкән улыбыҙ Александр Суворов миҙалы менән бүләкләнде, икеһенә лә хәрби хеҙмәттәре өсөн наградалар тапшырылды.
Дүрт айға төҙөлгән контракт ваҡыты сыҡҡандан һуң "Бабай" ялға ҡайтты. Бер ни тиклем яҡындары менән булғандан һуң, контрактын яңыртып, яңынан махсус хәрби операцияға юлланды.
Барлыҡ яугирҙарыбыҙға ла тыуған яҡтарына иҫән-имен һәм Еңеү менән ҡайтырға насип булһын!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү өсөн республика халҡы берҙәм 177 номеры буйынса мөрәжәғәт итә, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19 телефоны буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ яҡындағы “Мои документы” күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була. Бөтә һорауҙарға башбат.рф сайтында яуап табырға мөмкин.
Фирҙәүес Ҡадиҡова.