Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
9 Декабрь 2023, 05:00

Батыр яҡташыбыҙ тураһында хәтер мәңгелек

Ришат Фәхруллин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Батыр яҡташыбыҙ тураһында хәтер мәңгелекБатыр яҡташыбыҙ тураһында хәтер мәңгелек
Батыр яҡташыбыҙ тураһында хәтер мәңгелек

Тыуған илдең тыныслығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына тоғро хеҙмәт иткән һәм ҡурҡыу белмәҫ йөрәк менән ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарҙың һәр береһе оло хөрмәткә лайыҡ. Махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған райондашыбыҙ Ришат Фәхруллиндың да исеме һәм батырлығы халыҡ хәтеренән мәңге юйылмаҫ.
Ришат Фәхруллин 1992 йылдың 23 июлендә Штәнде ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. 9-сы класты тамамлағандан һуң Өфө дәүләт радиотехника колледжына уҡырға инә. Артабан, 2011-2012 йылдарҙа, водитель вазифаһында Ватан алдындағы изге бурысын үтәй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн яҡташыбыҙ “Гвардия” күкрәк билдәһе менән бүләкләнә.
Ағымдағы йылдың 10 февраленән алып үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнаша һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 7 апрелдә Артемовск (ДХР) өсөн барған яуҙа батырҙарса һәләк була.
Ҡаһарман яҡташыбыҙ иҫтәлегенә Штәнде урта мәктәбендә таҡтаташ асылды. Шулай уҡ бирелә төрлө йылдарҙағы сығарылыш класс уҡыусылары — беҙҙең заман геройҙары иҫтәлегенә патриотик мөйөш булдырылған. Бында Зөфәр Вәхиев һәм Ришат Фәхруллиндың “Герой парталары”, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында стендтар бар.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән рядовой Ришат Фәхруллин үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Шулай уҡ “Бахмутты алған өсөн” һәм Бахмут өсөн яуҙа ҡатнашҡаны өсөн миҙалдар менән наградлана. Орден һәм миҙалдар таҡтаташ асыу тантанаһында яугирҙың ата-әсәһенә тапшырылды.
Үҙ халҡы, тыуған ере өсөн ғүмерҙәрен аямаған батыр яҡташтарыбыҙҙың даны мәңгелек. Беҙ уларҙы онотмаҫҡа, уларҙың батырлыҡтары тураһында иҫтәлекте быуындан-быуынға еткерергә бурыслы.

Фирғәт Нәбиуллин.

Батыр яҡташыбыҙ тураһында хәтер мәңгелек
Батыр яҡташыбыҙ тураһында хәтер мәңгелек
Батыр яҡташыбыҙ тураһында хәтер мәңгелек
Батыр яҡташыбыҙ тураһында хәтер мәңгелек
Автор:
Читайте нас