Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
8 Декабрь 2023, 08:00

Курьер килтереп биреү ысулын ҡулай күрәләр

Район мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре район гәзиттәренә даими яҙыла

Курьер килтереп биреү ысулын ҡулай күрәләрКурьер килтереп биреү ысулын ҡулай күрәләр
Курьер килтереп биреү ысулын ҡулай күрәләр

4-енән 14 декабргә тиклем район гәзиттәренә ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө бара. 2024 йылдың 1-се ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың һуңғы айының һуңғы аҙналарында райондаштар үҙҙәренә уңайлы ысул менән яҙылып ҡалырға тырыша.

Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина етәкселегендәге коллектив ағзаларының күбеһе байтаҡ йылдар инде курьер килтереп биреү ысулын ҡулай күрә. Мәғариф бүлегенең мәғлүмәти-методик үҙәге директоры Флидә Фәүзәт ҡыҙы Вәлиәхмәтова, методистар Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова, Наилә Мәғдәнур ҡыҙы Мөхәмәтшина, Гөлмирә Филзәт ҡыҙы Рәжәпова, Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Миңлеғәлиева,   “Бала саҡ навигаторҙары 2.0” проектының муниципаль координаторы Айгөл Юнир ҡыҙы Сәйфетдинова, кадрҙар-мәғлүмәти-хоҡуҡ эше секторы мөдире Гөлназ Тәфкил ҡыҙы Имаева был юлы ла “Ышаныч”, “Йәнтөйәк”, “Аскинская новь” район гәзиттәренә курьер ысулы менән яҙылды.

  • Етәксебеҙ гел почта аша яҙыла, ә беҙ Асҡын мәғлүмәт үҙәге ойошторған курьер килтереп биреү ысулынан файҙаланабыҙ. Улай хаҡы ла осһоҙораҡ, гәзиттәр иртәрәк тә килә. Мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре булараҡ, башҡаларға өлгө күрһәтеп, район гәзиттәренән айырылғаныбыҙ юҡ. Эш буйынса ла редакция менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, — ти туған телдәр буйынса методист Мөнзилә Әхмәтова.

Илһөйәр Махатова.

Автор фотоһы.

Курьер килтереп биреү ысулын ҡулай күрәләр
Курьер килтереп биреү ысулын ҡулай күрәләр
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас