

Ошо көндәрҙә Үрге Тәтешле ауылының район Мәҙәниәт йортонда “Ҡояш барыһы өсөн дә” тип аталған сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикле балалар һәм үҫмерҙәрҙең район сәнғәт фестивале үтә. Сара Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә бағышланып, үҙенсәлекле балаларҙың ижади һәләттәрен асыҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторола. Фестивалдә Тәтешле, Асҡын, Балтас, Борай райондарынан, шулай уҡ Пермь крайынан 7 йәштән 35 йәшкә тиклемге сәнғәт һөйөүселәр ҡатнаша. Улар “Вокал”, “Хореография”, “Нәфис һүҙ” һәм “Оригиналь жанр” номинацияларында сығыш яһап, үҙҙәренең һәләтен күрһәтә.
Фестивалдә Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Илнар Сәләхетдинов (етәксеһе Эльвира Ахунова) та ҡатнашып, “Вокал” номинацияһында 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Ул яңғыҙ йырлауҙан тыш Тәтешле районы егете Максим Садыҡов менән дә бергә йыр башҡарып, 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булалар.
Илнар Солтанай ауылында күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Асҡын 2-се урта мәктәбенең 11-се класында белем ала. Һәләтле үҫмер мәктәптә, ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән концерттарҙа, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Район Мәҙәниәт йорто эргәһендәге вокал түңәрәгендә лә шөғөлләнә. Илнарҙың әсәһе лә, апайҙары ла йыр-бейеүгә һәләтле.
Илнар Сәләхетдинов сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикле балалар араһында ойошторолған район, район-ара, республика конкурстарында даими ҡатнашып, грамоталар, дипломдар менән бүләкләнә.
Илһөйәр Махатова.
Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.